Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Японияның JBIC халыҡ-ара хеҙмәттәшлек банкыһының Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса вәкиллеге башлығы Хироси Ивао, Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса “Сумитомо” компанияһы президенты Такехико Араи менән осрашты.
Әңгәмә барышында Башҡортостанға Япониянан инвестициялар йәлеп итеү һәм ошо илдең бизнесы ҡатнашлығында, заманса технологиялар ҡулланып, республикала берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.
— Республика сит ил инвесторҙары өсөн ҙур ташламалар яһарға әҙер. Беҙ инвесторҙар менән килешеп эшләйбеҙ. Улар өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Беҙҙең менән эшләү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмаясаҡ, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов Япония компанияларының республикалағы нефть эшкәртеүсе, нефть химияһы комплекстары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен атап үтте. Әле яңы ҡоролмалар төҙөлә, күләм дә ярайһы уҡ ҙур — йөҙҙәрсә миллион доллар тәшкил итә.
Хироси Ивао билдәләүенсә, бөгөн Япония менән Башҡортостан араһында өс йүнәлештә эш алып барыла. Был — ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, икенсе йүнәлеш — акрил кислотаһы етештереү буйынса завод төҙөү проекты, өсөнсөһө этилен етештереү (“Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтендә).
Башҡортостан Япония компанияларын үҙенә ылыҡтыра, сөнки ресурстарҙың, айырыуса нефть һәм газдың ҙур запасына эйә.
Япония инженерҙары беҙҙең республика белгестәре менән үҙ-ара тығыҙ эш иткәнгә күрә, Араи әфәнде көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү проектының яҡшы һөҙөмтә бирәсәгенә ышана. Ул шулай уҡ ошо арала “Сумитомо” компанияһы менән республика араһында хеҙмәттәшлек хаҡында меморандум төҙөү мөмкинлеген дә күҙ уңында тота. Араи әфәнде әйтеүенсә, был документ буйынса әле белгестәр фекер алыша.
Әлим ФӘЙЕЗОВ.