Хакимлыҡҡа ынтылыш һабаҡтары02.02.2012
Уҙған аҙна ябай булманы, төрлө тарафтан шау-шыулы яңылыҡтар ишетелгеләне. Әлбиттә, Рәсәйҙәге ваҡиғаларҙың күпселеге ил Президентын һәм муниципаль совет депутаттарын һайлауға әҙерлек менән бәйле. Халыҡ-ара кимәлдә иһә Көнбайыш дәүләттәренең башҡа илдәрҙең эске сәйәсәтенә ҡул һоноуы хафаға һала.

Көсләп индерелгән «демократия»

Европаға һәм АҠШ-ҡа алдағы осорҙа ҙур иҡтисади ауырлыҡтар кисерергә, социаль өлкәләге көрсөктө йырып сығыу сараларын эҙләргә һәм бығаса үҙен аҡлап килгән милли сәйәсәттең хәҙерге шарттарға яраҡһыҙ булыуын танырға тура киләсәк. Шулай ҙа был уларҙың башҡа дәүләттәрҙе «дөрөҫ йәшәргә» өйрәтеү теләген һис тә һүрелтмәй: Көнбайыш һаман да донъя кимәлендә аныҡ маҡсаттарға өлгәшеү өсөн үҙ ҡиммәттәрен көсләп тағыуын дауам итә. Ундай эшмәкәрлек АҠШ-тың Сербияға ҡарата халыҡ-ара сәйәсәтендә лә асыҡ сағыла.
Ҙурлығы менән бүтәндәрҙән айырылып тормаған ошо илдә яңыраҡ баҫылып сыҡҡан бәләкәй генә китап донъя йәмәғәтселегенең аңына бик ныҡ тәьҫир итте. АҠШ сәйәсмәндәренең «Викиликс» тип аталған сайтта урынлаштырылған йәшертен яҙмалары араһынан Сербияға ҡағылышлы өлөштәрҙе йыйып, анализлауҙан ғибәрәт ул. Ил етәкселәре үҙ халҡы алдында һөйләгән һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡтан шаҡтай йыраҡ тороуын аңлаған журналист Николу Врзича китапты яҙыу өсөн 250 меңдән ашыу документты иғтибар күҙлегенән үткәргән. «Бындағы факттар АҠШ-тың Сербия етәкселегенә үҙҙәрен «демократтар» тип атаусылар килеүен финанс, дипломатия һәм мәғлүмәт сәйәсәте йәһәтенән тәьмин итеүен, аҙаҡ беҙҙең властың Көнбайышҡа бойондороҡлолоҡ менән «түләүен» – уларҙың талаптары һәм күрһәтмәләре буйынса эшләүен – нигеҙле раҫлай», – ти автор.
Шикләнерлек тә шул: Сербияның хәҙерге тышҡы һәм эске сәйәсәте өс мөһим мәсьәлә менән тығыҙ бәйләнгән. Косовоның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү, Европа союзына инеү һәм НАТО-ға ҡушылыу, сербтарға ҡарағанда, американдарға ҡулайыраҡ. Көнбайыш, бындағы инҡилапты финанс менән тәьмин иткәс, яңы власҡа тыныс һәм күндәм етәкселәрҙе «ҡоҙаланы», улар үҙ сиратында АҠШ-тың барлыҡ талаптарын тиерлек тайпылышһыҙ үтәп килде. Баҡһаң, сербтарҙы «Косовоның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итмәйенсә, Евросоюзға инә алмаясаҡһығыҙ» тип ҡурҡытҡандар икән. Илдәге эске сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа АҠШ һәм Англия илселектәре туранан-тура ҡатнашҡан, хатта Сербия президенты улар алдында яуап тотҡан!

Медведев президентлыҡтан баш тартмай

Рәсәй етәксеһе Дмитрий Медведев Мәскәү дәүләт университеты студенттары менән тағы ла осрашты. Әңгәмә сәғәт ярымлыҡ тип күҙалланһа ла, ул ике тапҡырға тиерлек оҙағыраҡ дауам итте. Ил башлығы үҙенең микроблогында яҙыуынса, «һөйләшеү бик тә ҡыҙыҡлы» булған.
Йәштәр Президенттан төрлө һорауға яуап алырға теләне, хатта ҡайһы бер мәсьәләләрҙең дәүләт етәксеһе алдында күтәрелеүен «башҡа һыймаҫлыҡ хәл» тип баһаларға мөмкин. Дмитрий Анатольевич шулай ҙа һис тартынманы, ҡаушаманы, мөмкин тиклем асығыраҡ, анығыраҡ булырға тырышты. Рәсәй Президенты вазифаһына киләсәктә тағы ла дәғүә итеүе ихтималлығын да белдерҙе ул. «Бынан ары бер ҡасан да кандидатурамды ҡуймаясаҡмын, тип әйткәнем юҡ бит, – тине Медведев. – Әле 46 ғына йәштәмен, тимәк, артабанғы сәйәси баҫҡыстарҙан баш тартырға иртәрәк». Студенттар араһынан: «Әгәр әлеге һайлауҙа кандидатурағыҙҙы ҡуйған булһағыҙ, һис икеләнмәйенсә Һеҙҙең өсөн тауыш бирер инем», – тиеүселәр ҙә булды.
Дмитрий Медведевтың фекеренсә, Рәсәйҙең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа етешһеҙлектәр булған, әммә уны илдә һуңғы осорҙағы иң ғәҙел һынауҙарҙың береһе тип иҫәпләргә мөмкин. «Теләһә ҡайһы оппозиция вәкилдәре менән осрашып, әңгәмәләшергә әҙермен, ләкин үҙ-ара аңлашыу өсөн митингтарға бармаясаҡмын», – тип тә өҫтәне дәүләт башлығы. Уныңса, бөгөн Рәсәйҙә власты үҙгәртеү маҡсатында инҡилап ойоштороуға нигеҙ юҡ.

Өфө өсөн көрәш

Ҡала Советы депутаты булыу әллә ни ҙур мәртәбә һаналмаһа ла, Өфөлә унда эләгеү өсөн тырышыусылар быуа быуырлыҡ. Депутат мандатына баш ҡалала ғәмәлдә 122 кеше дәғүә итә, шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр партия исемлегендә лә, «бер мандатлылар» араһында ла теркәлеүе арҡаһында кандидаттар һаны 150-нән ашып киткән.
Муниципаль кимәлдәге депутаттар, белеүебеҙсә, был эшмәкәрлеге өсөн хеҙмәт хаҡы алмай, шулай ҙа бер өҫтөнлөктән файҙалана: уларға енәйәт эшен Рәсәй Тәфтиш комитетының республика буйынса идаралығы биргән рөхсәткә ярашлы ғына асырға мөмкин. Күрәһең, бәғзе бер дәғүәселәрҙе ошо хоҡуҡи тейелгеһеҙлек кенә ҡыҙыҡһындыра. Улай булмаһа, һайлау алды исемлектәренә шикле байҙарҙың да килеп эләгеүен нисек аңларға?
Сәйәси күҙәтеүселәр билдәләүенсә, баш ҡала күләмендәге әлеге кампанияла төрлө төркөмдәрҙең һәм мәнфәғәттәрҙең ҡаты бәрелешен көтөргә мөмкин. Әле үк ҡайһы бер кандидаттарҙың халыҡты митингка саҡырыусы гәзиттәр таратыу менән шөғөлләнә башлағанлығы мәғлүм. Шулай ҙа һәр кандидат намыҫын һаҡларға тырышһа ине, сөнки һайлау аша үткән хәлдә уларға ҡала Советында эшләргә, халыҡҡа үҙенең лайыҡлы депутат булыуын иҫбатларға тура киләсәк бит.
Даян МӘЖИТОВ


Вернуться назад