“Сыуалыштар иле”нә ярҙамдың маҡсаты ниндәй?25.11.2014
Уҙған аҙнала Украинала сыуалыш башланыуға бер йыл тулды, шул айҡанлы Киевта яңы сараға нигеҙ һалынды. Рәсәйҙә Америҡа Ҡушма Штаттарының яңы илсеһе Джон Теффт эш башланы.



Аҡса менән әүрәтәләр

Былтыр 21 ноябрҙә Украина президенты Виктор Янукович ЕС ассоциацияһы менән килешеүгә ҡул ҡуйманы, тап шул сәбәпле илдә сыуалыш башланды, Евромайҙан барлыҡҡа килде. Был ваҡиға февраль революцияһына алып килде, һөҙөмтәлә Виктор Янукович властан ситләтелде. Дөрөҫөрәге, ул үҙе иленән сығып ҡасты. Ҡатыраҡ ҡуллы булһа, бәлки, хәл башҡа төрлө юл алыр ине. Баш күтәргәндәрҙе көс ҡулланып баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул итергә ихтыяры етмәне. Мәҫәлән, Сүриәлә илдең яртыһын тиерлек боевиктар баҫып алған осраҡта ла президент Бәшәр Әсәд үҙендә һуңғы сиккә тиклем халҡы менән бергә булырға көс тапты бит. Көрәште әле лә дауам итә.
21 ноябрҙә Евромайҙан ваҡиғаларына бәйле Киевта Азатлыҡ һәм лайыҡлылыҡ көнө билдәләнә башланы. Февраль сыуалыштарында һәләк булғандар иҫтәлегенә асылған мемориалға сәскә гөлләмәләре һалынды. Сара барышында Петр Порошенко телмәр тоторға маташып ҡарағайны ла, йыйылған халыҡ, башлыса һәләк булғандарҙың туғандары, яҡындары уға һүҙ һөйләргә ирек бирмәне. Азатлыҡ һәм лайыҡлылыҡ көнөндә АҠШ-тың вице-президенты Джозеф Байден, Украина премьер-министры Арсений Яценюк, Юғары Рада спикеры Александр Турчинов та ҡатнашты. Тәүгеһе Киевҡа 20 ноябрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдарында реформа уҙғарыу һәм коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарырға килгәйне. АҠШ-тың вице-премьерын Европа һәм Евразия эштәре буйынса дәүләт департаментының рәсми вәкиле Виктория Нуланд оҙатып йөрөнө.
Украинала Евромайҙан көнө бил­дәләнгән мәлдә Американың бында үҙ кешеләрен юҡҡа ғына ебәрмәгәнлеге тоҫмаллана: ул Украина революцияһына теләктәшлек күрһәткәнен асыҡтан-асыҡ белдермәксе. АҠШ Украина етәкселеген матди йәһәттән дәртләндереп торорға ла онотмай. Әлбиттә, алдан әйтеүҙәренә ҡарамаҫтан, аҡсаны күп итеп тоттор­майҙар. Америка менән Европа союзы “сыуалыш иле”нә 30 миллиард евро бирергә вәғәҙә иткәйне, АҠШ шуның 1 миллиард долларын ғына тотторҙо (уныһы ла кредит рәүешендә). 22 ноябрҙә иһә Вашингтонда Украинаға тағы ла 23 миллион долларлыҡ финанс ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шуның 20 миллион доллары – илдәге суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын реформалауға, ҡалғаны аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн тотонолорға тейеш. Маҡсатҡа ярашлы бирелгән аҡсаны Украина ҡорал һатып алыуға сарыф итә алмай. Ә уға илдең көнсығышындағы ополчение көстәренә ҡаршы тороу өсөн ҡорал кәрәк. Дөрөҫ, һуңғы бер нисә ай һуҙымында Украина Халыҡ-ара валюта фондынан һәм Евросоюздан дүрт миллиард долларҙан ашыулыҡ финанс ярҙамы алыуға өлгәште. Быларҙан тыш, уға БМО-ның Балалар фонды ла 2017 йылға тиклем ярҙам күрһәтеү планын раҫлаған. Күренеүенсә, илгә һәр яҡлап булышлыҡ итергә тырышалар. Ярҙамсыларҙың маҡсаты бер – Украина берүк Рәсәй яғына ауышып ҡуймаһын!
Милләтселекте
өс ил яҡлай


21 ноябрҙә Нью-Йорк ҡалаһында БМО Генераль Ассамблеяһының 69-сы ултырышында милләтселекте геройлыҡҡа тиңләүгә, халыҡты тән төҫөнә, теленә ҡарап юғары һәм түбән ҡатламдарға бүлеүгә ҡаршы көрәш буйынса резолюция ҡабул ителде. Был документты Рәсәй яғы тәҡдим иткәйне. Билдәле булыуынса, бөгөн Берләшкән Милләттәр Ойош­маһында 193 ил ағза булып тора, шуларҙың 115-е Рәсәй тәҡдим иткән документты хупланы. Ә АҠШ, Канада һәм Украина резолюцияға ҡаршы тауыш бирҙе. Ҡалған 55 ил ағзалары, башлыса ЕС илдәре (27), икеләнеүен белдерҙе. Быларҙың барыһы ла – алдан килешеп башҡарылған эш. Тимәк, Украина милләтселекте, уның нигеҙендә фашизмды үҫтереүгә булышлыҡ итә, күңеле милләтселек идеяһы менән һуға­рылғандарҙың эшмәкәрлегенә юл аса. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итер алдынан Европала йәнә фашизмдың баш ҡалҡытыуы ҙур хафаға һала. Ошо идеяны яҡлаған АҠШ менән Канада иһә Рәсәйгә нисек тә аяҡ салырға, илебеҙ күтәреп сыҡҡан барлыҡ башланғыстарҙың насар икәнлеген күрһәтергә тырыша.
Ошондай шарттарҙа Украина НАТО-ға һәм ЕС-ҡа ағза булып инергә уҡтала. Маҡсат тиҙ арала бойомға ашмаҫ, сөнки уға ҡаршылар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, Европа союзының “арҡа һөйәген” тәшкил иткән Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер Украинаны НАТО-ға ла, ЕС-ҡа ла ағза итеп алыуға ҡаршы икәнлеген белдерҙе. Аңлатыуынса, ил быға әҙер түгел. Европала Штайн­майерҙың фекере менән килешеүселәр, уны хуплаусылар байтаҡ.
Рәсәйҙә АҠШ-тың яңы илсеһе Джон Теффт рәсми рәүештә эш башланы. Владимир Путин 19 ноябрҙә уға ышаныслыҡ грамотаһын тапшырҙы. Джон Теффт та Украинаға НАТО-ға ағза булып инергә иртәрәк тип иҫәпләй.




Вернуться назад