Һум менән юань долларҙың дошманымы?11.11.2014
Ҡытайҙа АТЭС саммиты башланыуы һәм ошоноң менән бәйле илебеҙ Президенты Владимир Путиндың байтаҡ ҡына эшлекле осрашыуҙар уҙғарыуы иғтибар үҙәгендә булды.


Дуҫлыҡ нығый

Пекин ҡалаһында Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге илдәре етәкселәренең саммиты башланды. АТЭС саммиты 1989 йылдан бирле уҙғарыла килә. 2012 йылда ул Владивосток ҡалаһында ла булғайны. Быйылғыһы 5 ноябрҙә асылды һәм бөгөн тамамлана. Илебеҙ Президенты Владимир Путин ошо саммитта ҡатнашыр өсөн Пекин ҡалаһына килде һәм байтаҡ ҡына эшлекле сара уҙғарҙы. Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән осрашыуы барышында мөһим килешеүҙәргә өлгәшелде.
Билдәле булыуынса, быйыл майҙа Путиндың Ҡытайға эш сәфәре барышында Рәсәй газын ошо дәүләткә һатыу буйынса оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйылғайны. Был документты “быуат килешеүе” тип тә атанылар. Ошоға ярашлы Рәсәйҙән Ҡытайға “Көнсығыш” һәм “Көнбайыш” газ үткәргестәрен һуҙыу ҡаралған. “Көнсығыш” ағымы буйынса ғына ла йылына 38 миллиард кубометр газ һатырға тейешбеҙ. Килешеү 30 йылға иҫәпләнгән, һәм уның дөйөм хаҡы 400 миллиард доллар тәшкил итә.
Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ тарафынан илебеҙгә ҡарата иҡтисади санкциялар ҡабул ителгән мәлдә, был килешеүҙең әһәмиәте бик ҙур. Газ һатыуҙан тыш, Ҡытай менән башҡа йәһәттән дә хеҙмәттәшлек киңәйәсәк. Ике ил етәксеһенең осрашыуы барышында тағы ла 17 килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Владимир Путин Пекинда сағында шулай уҡ Чили президенты Мишель Бачелет, Япония премьер-министры Синдзо Абэ менән эшлекле осрашыуҙар уҙғарҙы. Һуңғы йылдарҙа илебеҙ Чили менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә. Былтыр ике ил араһындағы тауар әйләнеше 40 процентҡа үҫкән һәм 743 миллион долларҙан ашып киткән. Быйыл һигеҙ айҙа ғына тауар әйләнеше күләме 500 миллион долларға яҡынлашҡан, киләсәктә тағы ла үҫер тип көтөлә. Бынан ары Чили илебеҙгә күпләп ауыл хужалығы продукцияһы ла һата башлаясаҡ бит.

Һаман Курилға уҡталалар

Япония премьер-министры Синдзо Абэ менән Владимир Путин быйыл ике тапҡыр осрашҡайны инде. Февралдә — Сочи ҡалаһында, октябрҙә Миланда булды уларҙың күрешеүе. Пекин ҡалаһында иһә ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу мәсьәләһен ҡайтанан ҡарау, Путиндың Токиоға эш сәфәрен планлаштырыу хаҡында һөйләшелде. Билдәле булыуынса, Украиналағы хәл-ваҡиғалар менән бәйле, АҠШ һәм Евросоюз илдәренә эйәреп, Япония ла илебеҙгә ҡарата санкциялар ҡабул иткәйне. Улар башлыса бер нисә ҙур банкка ҡағыла. Ошоноң менән бәйле ике ил араһындағы тауар әйләнеше күләме бер аҙ кәмей төшкән. Япония менән Рәсәй араһында һаман да тыныслыҡ килешеүе төҙөлмәүе лә хәлде киҫкенләштерә. Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға киләһе йылдың сентябрендә 70 йыл тула, шуға тиклем үҙ-ара рәсми ярашыу үтә лә мөһим.
Билдәле булыуынса, Япония Курил утрау­ҙарының көньяғында урынлашҡан Шикотан, Итуруп һәм Кунашир утрауҙарына дәғүә итә, һәм тап шул сәбәпле тыныслыҡ килешеүе төҙөү кисектерелә килә. Илебеҙ етәкселәренең иһә был ерҙәрҙе ситкә биргеһе килмәй. Һәр хәлдә Владимир Путин Японияға эш сәфәре менән барғанда (2015 йылға планлаштырылған), ниһайәт, тыныслыҡ килешеүенә өлгәшелер тип ышанғы килә.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Владимир Путин Пекинда тағы ла Малайзия, Индонезия, Австралия илдәре етәкселәре менән айырым осрашты. Австралия 17 июлдә Украина күгендә һәләкәткә тарыған Малайзия самолеты бортында һәләк булған ватандаштары (27 кеше) яҙмышына бәйле мәсьәләне күтәрә, ғәйепте Украина ополчениеһына япһара һәм уларға Рәсәй ярҙам иткән тип һанай. Ошоноң менән бәйле Австралия премьер-министры Тони Эбботт быйыл 15-16 ноябрҙә үҙҙәрендә үтәсәк “Оло егерме” илдәре саммитына илебеҙ вәкилдәрен индермәҫкә вәғәҙәләгәйне. Әлбиттә, ул теләһә лә, теләмәһә лә, Рәсәйҙе исемлектән һыҙып ташлай алмай. АТЭС саммитына килгәндә инде, Рәсәй менән Ҡытай араһындағы хеҙмәттәшлек киңәйеүен күреп, АҠШ һәм уның союздаштары булған Канада, шул уҡ Австралия етәкселәренең һарыуы ҡайнамай ҡалмағандыр.

“Өлкән ағай” кесерәйә

Ни өсөн тигәндә, бынан ары Рәсәй һәм Ҡытай араһындағы алыш-бирештә Америка долларынан баш тартып, һум һәм юань менән иҫәпләшә башлау хаҡында килештеләр. Был инде АҠШ-тың иҡтисадта “өлкән ағай” булыуҙан туҡтауын белдерә. Быйыл майҙа Ҡытай Иран менән үҙ-ара сауҙала ла АҠШ доллары түгел, ә юань менән түләү хаҡында килешкәйне. Июндә иһә Пакистан да үҙ резервындағы алтын валютаһын бынан ары Америка долларына һатмаясағын белдерҙе. Быйыл йәй шулай уҡ Ҡытай АҠШ контролендәге Бөтә донъя һаҡлыҡ банкына альтернатива булырҙай Азия инфраструктураһы банкын асасағы хаҡында иғлан итте. Был идеяны 20-ләп ил хупланы ла инде. Быларҙың барыһы ла — АҠШ долларына ҡаршы эшләгән механизмдар. Әйткәндәй, АҠШ-тың үҙендә лә Ҡытай юане менән иҫәпләшә башлаусы компаниялар барлыҡҡа килә. Илебеҙгә ҡаршы иҡтисади һуғыш иғлан ителгән бер мәлдә юандең көсәйә барыуы ҡыуаныслы, әлбиттә.
Азия-Тымыҡ океан төбәгендә Америка Ҡушма Штаттары Япония, Австралия, Сингапур, Таиланд, Малайзия, Филлипин һәм Вьетнамды үҙенең партнерҙары тип иҫәпләй. Был илдәрҙең барыһы ла — АТЭС ағзалары. Әммә улар ғына долларҙың бәҫен тотоп тора алмаясаҡ. Аналитиктар билдәләүенсә, 2015 йылда донъя баҙарында Ҡытай сауҙаһының 30 проценты юангә күсәсәк. Шуға ла мәктәптәрҙә инглиз теле менән бер рәттән ҡытайса ла өйрәтә башларға ваҡыт түгелме икән?




Вернуться назад