Ҡытай беҙгә яҡыная08.11.2014
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегация әле Ҡытай Халыҡ Республикаһында эшлекле сәфәрҙә йөрөй.

Мөһим осрашыуҙарҙың береһе Чунцин ҡалаһында үтте. Унда республикабыҙҙың ҡеүәтле предприятие етәкселәре һәм министрлыҡ вәкилдәре сығыш яһаны. Улар Баш­ҡортостандың иҡтисади һәм инвестицион мөмкин­лектәре менән таныштырҙы. Үҙ сиратында Чунцин­дың вице-губернаторы Лю Цян ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, был осрашыуҙың файҙалы үтеүен теләне.
Эшлекле һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булараҡ, ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытҡан һигеҙ килешеүгә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, Башҡортостандың Мәғариф министр­лығы менән Сычуан сит ил телдәре университеты, Чунцин­дың беренсе дауаханаһы менән “Йоматау” шифаханаһы бәйләнеште үҫтерәсәк.



Вернуться назад