Константин Толкачев:“Хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәте өҫтөнөрәк”01.11.2014
– Быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт сәйәсә­тенең төп өҫтөнлөктәре — хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мән­фәғәт­тәрен яҡлау билдәләнә. Президент әйтеүенсә, эшләгән халыҡ ахыр сиктә республика үҫешен, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген билдәләй, ғәмәлдәге барлыҡ үҙгәрештәрҙең төп этәргес көсөн тәшкил итә.
Хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәттәре дәүләт бурыстары исемлегенең аҙағында булмаҫҡа тейеш. Шуға күрә алдыбыҙға уның хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау бурысы ҡуйыла. Был — халыҡ тормошон яҡшыртыу зарурлығы тураһында тапалған сәйәси һүҙҙәр түгел, ә барлыҡ дәүләт һәм муниципаль власть органдары системаһының, граждандар йәмғиәте институт­тарының эшмәкәрлегендәге аныҡ йүнәлештәр. Ошо уҡ талап хеҙмәт өсөн ғәҙел түләүгә, һаулыҡты нығытыуға, квалификацияны күтәреүгә, лайыҡлы һәм сифатлы тормош тәьмин итеүгә лә ҡағыла. Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡабул ителгән республика закондары, уларҙың үтәлешенә контроль алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтеләсәк.
Хеҙмәт кешеһенең йәшәү сифаты яҡшырһын, республикаға файҙа килтергән кеше көндәлек тормошта ошоно тойһон өсөн бик күп эш башҡарырға кәрәк. Макроиҡтисади күрһәткестәр генә түгел, тап ошо үҙенсәлектәр бөтә кимәлдәге власть органдары эшмәкәрлегендә сифат күрһәткесенә әүерелергә тейеш.
Шашлык из баранины с киви. Уникальные рецепты на сайте kuhnimira102.ru


Вернуться назад