Кемдер фатир ала, кемдер торлаҡһыҙ ҡала...31.01.2012
Кемдер фатир ала, кемдер торлаҡһыҙ ҡала...Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Асҡын районына сәфәре барышында социаль өлкә объекттарын тикшерҙе һәм биләмәнең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөлгән урынды ҡараны, уның проекты менән танышты. Президент парк булдырыу башланғысын хупланы, Асҡын йылдам үҫә һәм халыҡҡа ял өсөн уңайлы урын кәрәк, тип билдәләне.
Унан һуң Рөстәм Хәмитов 160 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты. Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһын августа сафҡа индереү күҙаллана.
Урындағы хакимиәт вәкилдәре әйтеүенсә, мәктәпкәсә учреждениеларҙа урын етешмәй, тағы ла 300-ҙән ашыу бала сиратта тора.
Асҡын ауылында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ үҙәк район дауаханаһында булды. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы етәкселәре әйтеүенсә, табиптар менән тәьмин ителеү бында ни бары 63 процент тәшкил итә.
Шулай уҡ дауахана ҡаласығындағы бер бина 1887 йылда төҙөлгән. Ошоға бәйле майҙандарҙы киңәйтеү проекты әҙерләнеп, унда 60 урынға яңы дауалау корпусы төҙөү күҙаллана.
Объекттың хаҡы — 200 миллион һум самаһы. Проект район етәкселеге тарафынан киләһе йылдарға адреслы инвестиция программаһына индереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә ебәреләсәк.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Асҡын урманы” дәүләт унитар предприятиеһында ла булды. Уның продукцияһына ихтыяж ҙур.
Асҡын ауылындағы Гагарин урамында Рөстәм Хәмитов күп фатирлы өс ҡатлы торлаҡ йортто ҡарап сыҡты. Былтыр ноябрҙә ошо йортта йәшәүсе Лилиә Мөхәмәтйәнова рәсми сайт аша Башҡортостан Президентына 1977 йылда һалынған бинаға капиталь ремонт үткәреү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткәйне. Мөрәжәғәт Башҡортостан Республикаһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһына ебәрелде. Ведомство тарафынан үткәрелгән тикшереү барышында торлаҡ йортта техник файҙаланыу ҡағиҙәләрен һәм нормаларын боҙоу осраҡтары асыҡланды. Әммә бөгөн төҙөкләндереү эштәре өлөшләтә һәм сифатһыҙ башҡарылған. Башҡортостан Президенты район башлығынан ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итте.
“Кешеләр лайыҡлы йәшәргә тейеш, өҫтәүенә фатир өсөн түләү ҙә арзан түгел”, — тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Ҡубыяҙ ауылында республика Президенты урта мәктәптең эше менән танышты. Уҡыу йорто төрлө корпустарҙа урынлашҡан. Биналарҙың ҡайһы берҙәре авария хәлендә. Рөстәм Хәмитов уҡыусыларҙың өлгәше менән ҡыҙыҡһынды һәм башҡорт теле дәресендә булды.
Артабан Асҡын ауылында республика башлығы райондың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


* * *

Башҡортостан Президенты Сибайҙа социаль һәм сәнәғәт объекттарын сафҡа индереү мәсьәләһе менән танышты.
Ҡала янындағы Арҡайым ҡасабаһында Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың октябрендә ишектәрен асҡан башланғыс мәктәпте һәм балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған белем биреү комплексында булды. Учреждение 150 балаға иҫәпләнһә, әле бында 75 бала йөрөй. Киләһе уҡыу йылынан мәктәп тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ.
“Ирәндек” боҙ һарайында Рөстәм Хәмитов уҡыусыларҙың хоккей буйынса зона спартакиадаһының финал уйынын ҡараны. Боҙҙа Сибай һәм Учалы ҡалаларының командалары осрашты.
Унан һуң республика Президенты “Көнсығыш” биҫтәһендәге 220 урынлыҡ балалар баҡсаһының төҙөлөш майҙансығына юлланды. Объекттың хаҡы — 121 миллион һум. Уны быйыл декабрҙә сафҡа индереү күҙаллана. Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһы сифатлы төҙөлһөн һәм ваҡытында файҙаланыуға тапшырылһын тигән теләк белдерҙе. Ғөмүмән, Сибайҙағы мәктәпкәсә учреждениеларға 1500 бала сиратта тора. Быйыл һалынасаҡ 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы был мәсьәләнең киҫкенлеген аҙмы-күпме кәметәсәк.
Башҡортостан Президенты Островский урамындағы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына ярашлы төҙөлгән 24 фатирлыҡ йортта төҙөлөш эштәренең түбән сифатлы булыуына иғтибарҙы йүнәлтте. Объект 2011 йылдың декабрендә сафҡа индерелгән, халыҡты күсереү 2012 йылдың 1 февраленә тәғәйенләнгән. Рөстәм Хәмитов йорттағы торлаҡтың 1 квадрат метрының хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Ул 24 мең һум тәшкил итә.
Индустриаль шоссе урамында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы хеҙмәткәрҙәре өсөн дә йорт һалына. Республика башлығы объекттағы эштәр менән ҡыҙыҡһынды. Һуңғы алты йылда был — предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн һалынған дүртенсе йорт. Рөстәм Хәмитов, Сибайҙа социаль торлаҡты сафҡа индереүҙәге бындай тиҙлек республиканы ҡәнәғәтләндермәй, тип белдерҙе. “Йыл һайын ике-өс йорт һалырға кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты. — Былтыр Сибайҙа 17 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Ә кәмендә 35 — 40 мең квадрат метр төҙөргә кәрәк”.
Башҡортостан Президенты булған Көньяҡ Урал ТЭЦ-ында 31 МВт электр энергияһы етештерелә. Уның йылылыҡ ҡеүәте — 60 Ккал. Былтыр бында яңы газ-турбиналы ҡорамал сафҡа индерелгән. Рөстәм Хәмитов Сибайҙы артабан үҫтереү һәм предприятиелар төҙөү маҡсатында электр энергияһын етештереү буйынса ҡеүәттәрҙе арттырыу бурысын ҡуйҙы.
Ә. ИҪӘНҒОЛОВА.


* * *

Өфөләге “Европа” сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге фажиғәгә бер йыл үтеүгә, республиканы шуға оҡшаш тағы бер хәл тетрәтте: 28 ғинуарҙа Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 16 фатирлы ике ҡатлы йортта газ баллоны шартлауы һөҙөмтәһендә торлаҡ емереклеккә әүерелде, кешеләр һәләк булды.
Баҡһаң, бәғзеләр беренсе ҡаттағы фатирында ремонт яһаған, тарттырып нығытыла торған түшәм ҡуйырға ниәтләгәндәр... Әммә эшселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән, күрәһең. Һөҙөмтәлә йорттоң уртаһындағы дүрт фатир тулыһынса емерелгән, ғөмүмән, йорт артабан йәшәүгә яраҡһыҙ.
Ҡотҡарыусылар биш кешенең йәнһеҙ кәүҙәһен таба. Улар – ремонт яһаусы 24 һәм 29 йәшлек ике эшсе егет, ике йәшлек ҡыҙ, уның өләсәһе менән олатаһы. Фатир хужабикәһе, күршеләре төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Әлеге фажиғә буйынса енәйәт эшен республиканың Тәфтиш комитеты алып бара.
Ҡасабаға республика Президенты Рөстәм Хәмитов та килде. Ул зыян күреүселәр менән осрашты, яҡындарын юғалтҡандарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Хөкүмәт зыян күреүселәргә һәм һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтәсәк, янған милек өсөн компенсация түләнәсәк. Тәүге кәрәк-яраҡ өсөн аҡса ошо көндәрҙә үк бирелә башлаясаҡ. Йортҡа килгәндә, уны яңынан төҙөйәсәктәр. Тиҙ арала майҙан һайларға һәм оҙаҡҡа һуҙмай төҙөлөш эштәрен башларға кәрәк. Урман ҡасабаһында йорттарҙы ике айҙа төҙөгәйнеләр. Бында иһә, һалҡын миҙгелде иҫәпкә алып, иң ҡыҫҡа технологик ваҡыт – 100 көндө күҙ уңында тоторға кәрәк. Майҙа кешеләр яңы фатирҙарға күсергә тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы.
Президент шулай уҡ зыян күреүселәр ваҡытлыса урынлаштырылған “Нефтcе” дөйөм ятағын ҡараны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундағы шарттар республика етәксеһен ҡәнәғәтләндермәне, ул кешеләрҙе ошо уҡ ятаҡтың ҡунаҡхана бүлмәләренә күсереүҙәрен талап итте. Зыян күреүселәр өсөн көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Әммә бының менән генә сикләнергә ярамай: граждандарҙың документтарын тергеҙеү фарыз. Иң ҙур талап – республика буйынса ремонт эштәре барған һәр объектта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеүенә иғтибар көсәйтелергә тейеш.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад