Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәйҙәге суд реформаһының 150 йыллығына арналған конференцияла сығыш яһаны.
Сарала 1864 йылғы суд реформаһының тарихи мәсьәләләре генә түгел, шулай уҡ илебеҙҙә был системаны үҫтереүҙең заманса шарттары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.
– ХIХ быуаттың икенсе яртыһындағы Рәсәй империяһында һәм бөгөнгө Рәсәй Федерацияһында булған дәүләт-хоҡуҡи үҙгәрештәр бер-береһенән ҡырҡа айырыла, шул уҡ ваҡытта мәсьәләнең ҡуйылышы йәһәтенән ҡайһы бер оҡшашлыҡтар ҙа юҡ түгел, — тине Константин Борисович. — Бөгөн, 150 йыл элекке кеүек үк, судьяларҙың эшмәкәрлегендә төп әхлаҡи-этик принциптар үҙгәрешһеҙ ҡала. Был принциптарға хәлде дөрөҫ баһалау, ғәҙеллек, хоҡуҡ нормаларын һәм уларҙы ҡулланыу практикаһын тәрән белеү, закондың һәр нормаһы артында аныҡ кеше яҙмышы тороуын таныу инә. Ошо принциптарҙы боҙоу тотош суд системаһына кешенең ышанысы кәмеүенә килтерә. 1864 йылғы суд реформаһын, уның барышын һәм һөҙөмтәләрен өйрәнеү Рәсәй дәүләте, суд органдары һәм ғилми йәмәғәтселек өсөн бөгөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.