Ҡаҙылма байлыҡ сығарғанда ҡаҙнаға һалым түләгән һәм һуңынан эш урынын тәртипкә килтергән эре предприятиеларҙан тыш рөхсәтһеҙ ер аҡтарыусылар ҙа күп. Нисек был өлкәлә тәртип булдырырға? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа күптән түгел ошо проблеманы тикшерҙеләр.
– Ә бит тирә-яҡ мөхиткә былай ҙа ҙур зыян килә, ҡаҙылма байлыҡты рөхсәтһеҙ сығарыу арҡаһында экологияға баҫым арта төшә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары, эш төркөмө етәксеһе Руфина Шаһапова. – Шуға күрә закондар сығарыуҙа ла был йүнәлештә эш әүҙемләшә бара. Тик хәл итәһе мәсьәләләр күп әле, ҡаҙылма байлыҡ менән эш иткән хужалыҡ субъекттары өҫтөнән күҙәтеү юҡ кимәлдә.
Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ошо ултырышта биргән мәғлүмәткә ярашлы, республикала 684 ятҡылыҡ бар. Рөхсәтһеҙ айырыуса ҡом һәм ҡомташ сығаралар. Ятҡылыҡтарҙа тәртип булдырыу буйынса ниндәйҙер кимәлдә эш башҡарыла: министрлыҡ, мәҫәлән, быйыл 3 сентябрҙә төрлө ойошмалар һәм ведомстволар менән берлектә ошо проблемаға арналған ҙур кәңәшмә үткәргән. Әммә...
– Министрлыҡ тикшереү үткәргән 140 ойошманың 111-ендә лицензия булмауы асыҡланған! Тимәк, күпселеге рөхсәтһеҙ эшләй түгелме? – тип аптыраны Руфина Алик ҡыҙы.
– Сәбәбе шунда: штраф һалыныуы был фирмаларҙы бер нисек тә ҡурҡытмай, – тине экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Илдус Яхин. – Әгәр ҙә беҙ уларҙы экскаваторҙарынан, башҡа төр ҡиммәтле техникаһынан мәхрүм итһәк, был закон боҙғандарҙы аҡылға ултыртыр ине, ләкин хосуси милекте тартып алырға ярамай.
– Уның кемдең милке икәнен белеүе лә ҡыйын, – тип ҡаршы төштө Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуратураһы етәксеһе Рунар Шәйхетдинов. – Йыш ҡына экскаваторҙы, мәҫәлән, арендаға алыуҙары асыҡлана. Арендаға биреүсе уны нисек файҙаланыуҙары өсөн яуаплы түгел. Эшләүселәрҙең бер ойошма менән дә хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән осраҡтары ла күп – был саҡта кемгә штраф һалаһың?
– Тәбиғәтте бысратыу тураһында күп миҫал килтерелде бөгөнгө ултырышта, ләкин уларҙы һанап китеү менән генә эш бөтмәй бит әле, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты ағзаһы Фәнил Тайыпов. – Рөхсәтһеҙ эшләгән ойошмаларҙың нисәүһе үҙе боҙған ергә культивация үткәрҙе?
Был һорау яуапһыҙ ҡалды... Депутаттар файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарған өсөн енәйәт яуап- лылығына тарттырыу буйынса ғәмәлдәге ҡануниәткә төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.