“Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә иҫәп тотабыҙ”24.10.2014
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Марат Шаршекеев менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Марат Шаршекеевты Өфөгә республикабыҙ делегацияһының Ҡырғыҙстанға сентябрҙәге сәфәре барышында саҡырғайнылар. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен, мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Беҙ эшҡыуарлыҡ, сәнәғәт предприятиелары, власть органдары араһында бәйләнештәр булдырыуға ныҡлы иҫәп тотабыҙ. Яҡын арала мәҙәни хеҙмәттәшлекте лә ойошторасаҡбыҙ. Логистика, тауарҙар, таможня хеҙмәттәре менән бәйле ҙур проекттар буйынса эште башлаясаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ҡырғыҙстан йүнселдәре һәм предприятиелары менән тығыҙ, һөҙөмтәле мөнәсәбәт булдырырға теләйбеҙ.
Марат Шаршекеев ике республика араһында уңышлы сауҙа хеҙмәттәшлеген ойоштороу теләген белдерҙе.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров ауыл хужалығы техникаһын импортлауҙы, Ҡырғыҙстанда бал етештереүҙе арттырыуҙы, шулай уҡ төбәктәрҙең һәм эшҡыуарлыҡтың ШОС сиктәрендәге хеҙмәттәшлеге өсөн майҙансыҡ булдырыуҙы бәйләнештең төп йүнәлештәре тип билдәләне.