Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылды республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сараларын тормошҡа ашырыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Ойоштороу комитетына 10 февралгә тиклем тейешле саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Бынан тыш, Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәренә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеттары төҙөү, шулай уҡ тейешле саралар планын эшләү, раҫлау һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итеү тәҡдиме индерелде.
А. ХӘЛИЛОВ.