“Батька” хаҡты ҡайырып ала белә14.10.2014
“Батька” хаҡты ҡайырып ала белә Уҙған аҙнала Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиҙа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең саммиты үтеүе иғтибар үҙәгендә булды.

Украина БДБ-ла ҡалырмы?

Билдәле булыуынса, Бо­йон­дороҡһоҙ Дәүләттәр Бер­ләшмәһе саммитын Минск икенсе йыл рәттән үҙендә ҡабул итә. Былтыр БДБ рәйеслеге Украинаға тапшы­рылғайны ла, был илдә һу­ғыш барыу сәбәпле март айында президент вазифа­һын башҡарыусы Александр Турчинов етәкселектән баш тартты. Һөҙөмтәлә Белоруссия дилбегәне кире үҙ ҡулы­на алды.
Минскиҙа үткән саммитҡа Украина президенты Петр По­рошенко килер тип көтөл­гәйне, әммә ул илсеһен генә ебәреүҙе хуп күргән. Европа союзына тартылған Украина­ның БДБ илдәре менән ара­ны өҙгөһө лә килмәй булһа кәрәк, юғиһә байтаҡ өҫтөн­лөк­тәрҙән ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Берләшмә составындағы Молдова ла ошо юлдан кит­мәксе: БДБ ағзаһы булған көйөнә ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөргә йыйына. Петр Порошенконан айырмалы, уның президенты Николай Тимофти әлеге саммитта ҡатнашты. Рәсәй баш­лығы уға үҙ дәғүәләрен дә белдерҙе. “Молдованың ЕС ассоциацияһы менән киле­ше­­үенең иҡтисади өлөшөн 2015 йыл аҙағына тиклем кисектереп торорға ла булыр ине, хатаны төҙәтергә әле лә һуң түгелдер”, – тине Владимир Путин. Рәсми Брюссель быға ҡаршы килмәһә, хатаны төҙәтеп булалыр ҙа. Кире осраҡта Молдоваға “терһәген тешләргә” генә ҡала: был килешеүҙән башлыса уның иҡтисады зыян күрәсәк.
Саммит барышында бай­таҡ мөһим мәсьәлә ҡаралды, Украина темаһы ла ситтә ҡалманы. Белоруссия президенты Александр Лукашенко был илде БДБ-нан сығарыу яғында булыуын белдерҙе. Азербайжан башлығы Илһам Алиев иһә сығышында Ук­раинаны бөтөнләй телгә алманы. Үҙ иленә Яҡын Көн­сығыш тарафынан хәүеф яна­уын белдерҙе ул. “Ираҡ­тағы, Сүриәләге һуғыш еле беҙгә лә килеп етә”, – тип хәүефләнде. Тажикстан президенты Эмомали Рахмон да тап шул сәбәпле борсола. Аф­ғанстандан НАТО ғәскәр­ҙәре сығарылғандан һуң боевиктарҙың уларҙың билә­мәһенә үтеп инеү хәүефе арта. Эмомали Рахмон был көстәргә ҡаршы бергәләп көрәшеү кәрәклеген бел­дерҙе. Үзбәкстан президенты Ислам Кәримов Петр Порошенконы БДБ илдәре етәк­селәрен һанға һуҡмауҙа ғә­йеп­ләне. “Украина президенты уларҙың бик һирәк­тә­ре менән генә осрашып һөй­ләште. Беҙ уға кәрәкмә­гәс, берләшмәнән сыҡһын­дар”, – тип үпкә һүҙҙәрен белдерҙе.
Ислам Кәримовтың һүҙҙә­рендә дөрөҫлөк бар. Петр Порошенко иһә БДБ илдәре етәкселәрен Украинаның көн­сығышындағы низағты көйләшергә ярҙам итмәүҙә ғәйепләй.

Бер берләшмә урынына – икенсеһе

Белоруссияның Милли Йыйылышы 2015 йылдың 1 ғинуарынан Евразия иҡти­сади союзы (ЕАЭС) киле­ше­үе барлыҡҡа килеүен раҫлау хаҡында ҡарар ҡабул итте. Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия президенттары союз­ды булдырыу тура­һын­дағы килешеүгә быйыл 29 майҙа ҡул ҡуйғайны. Тәүге ике илдең парламенттары уны хуплауын белдерҙе. Ниһа­йәт, Белоруссия ла мәсьә­ләне ыңғай хәл итеп ҡуйҙы.
Союзды булдырыуҙы Рә­сәй башлап ебәрҙе, һәм был илебеҙ ҡаҙнаһына 1 миллиард долларға төштө. Беҙҙең Белоруссияға һатҡан нефть продукттары өсөн нәҡ ошо күләмдә ташлама яһаласаҡ. Эйе, был килешеүгә ҡул ҡуйҙырыр өсөн Белоруссияны 1 миллиард долларға ”һатып алдыҡ” булып сыға. Май айында килешеү тө­ҙөшкән ваҡытта ла илебеҙ 1,5 миллиард доллар пош­лина аҡсаһының Белоруссия бюджетын тулылан­дыраса­ғын белдергәйне. Унан ки­леп, был дәүләт быйыл иле­беҙҙән ике миллиард доллар кредит алыу хаҡында ла килеште. Бына шулай, “батька” илебеҙ ҡаҙнаһын һауыуҙың яңынан-яңы ысулдарын уйлап сығарып ҡына тора. Рәсәйҙең тос ярҙамы менән Белоруссия бөгөн иҡтисади күтәрелеш кисерә лә инде. Шуныһы йәл: ошо аҡсаларҙы үҙебеҙҙең үҫеш өсөн йүнәлткәндә отошлораҡ булмаҫ инеме икән? Ни хәл итәһең, союздаштарҙы юғалтмау мөһимерәк шул бөгөн.
Барлыҡҡа килгән яңы союз иҫкеһен юҡҡа сығарҙы: Евразия иҡтисади берләш­мәһе (ЕврАзЭС) тарҡалды. Был берләшмәлә, Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандан тыш, Ҡырғыҙстан менән Тажикстан да ағза булып тора ине. Минскиҙағы саммитта ЕврАзЭС-ты тарҡатыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйылды. Ҡырғыҙстан менән Тажикстан киләсәктә был союзға ағза булып инергә теләк белдерҙе. Әрмәнстан да шуға уҡтала.


Вернуться назад