Күргәҙмәлә — ил тарихы23.11.2011
Республикала Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлауға әҙерлек әүҙем бара. Кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала асылған "Һайлауҙар тарихы — ил тарихы" күргәҙмәһе лә быға миҫал. Уны Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡ ойошторған.
Һайлаусылар араһында хоҡуҡи мәҙәниәт булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған күргәҙмә китапхананың яңы ғына ремонтланған өсөнсө ҡатында бара. Стендтарҙа һирәк китаптар, текстар, манифестар, закондар ҡуйылған. Документтарҙың күбеһе XX быуат башында нәшер ителгән. Улар илдә Дәүләт Думаһының барлыҡҡа килеү осорон сағылдыра, Өфө губернаһының Дәүләт Думаһына һайлауҙар тураһындағы комиссияһы ултырыштары хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Экспозицияла төрлө осорҙарҙы һүрәтләгән листовкалар, лозунгтар күп.
Күргәҙмәне ойоштороусылар фекеренсә, сара мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр өсөн дә әһәмиәтле.
— Бында килеүселәр һирәк мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Материалдар 1917 йылғы революция осоронан алып бөгөнгө көнгәсә һайлау тарихын сағылдыра, — тине Башҡортостан буйынса Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Күргәҙмә сиктәрендә йәш һайлаусылар ҡатнашлығында дискуссия майҙансыҡтары ойоштороласаҡ. Шул уҡ көндө китапханала "Йәштәр һәм һайлауҙар" темаһына фекер алышыу булды. Уны республиканың Йәштәр палатаһы әҙерләгән.
"Һайлауҙар тарихы — ил тарихы" күргәҙмәһе 12 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад