Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары01.10.2014
Башҡортостан Республикаһы Президентының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле тураһында


Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы Воробьева Альбина Рауил ҡыҙын Башҡортостан Республикаһы Президентының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләргә.
Ошо Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.

Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р. ХӘМИТОВ.

Өфө, Республика йорто.
2014 йыл, 29 сентябрь.
№ УП-292.
***
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле тураһында

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Лихачев Александр Владимировичты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләргә.
Ошо Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.

Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р. ХӘМИТОВ.

Өфө, Республика йорто.
2014 йыл, 29 сентябрь.
№ УП-293.


Вернуться назад