29 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтендә кадрҙар тәғәйенләү тураһындағы бер нисә Указға ҡул ҡуйҙы.
Рөстәм Мәрҙәнов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары,
Евгений Маврин — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,
Марат Мәһәҙиев — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,
Владимир Нагорный — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,
Салауат Сәғитов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,
Илшат Тажетдинов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе,
Илдар Тимерғәлин — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,
Альберт Шәйнуров — Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары,
Дмитрий Шаронов — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары;
Руслан Мирсаяпов — Башҡортостан Республикаһы министры,
Сергей Афонин — Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры,
Әнүәр Бакиров — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры,
Евгений Гурьев — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры,
Әминә Шафиҡова — Башҡортостандың мәҙәниәт министры,
Динир Әхмәтйәнов — Башҡортостандың урман хужалығы министры,
Андрей Иванюта — Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры,
Әлфис Ғаязов — Башҡортостандың мәғариф министры,
Илдар Һаҙыев — Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры,
Алексей Карпухин — Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры,
Николай Коваленко — Башҡортостандың ауыл хужалығы министры,
Ленара Иванова — Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры,
Рида Собханҡолова — Башҡортостандың финанс министры,
Александр Васильев — Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры;
Наилә Ғәлиева — Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Илдар Замалетдинов — Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Ринат Шәғәлин — Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Вячеслав Ғиләжетдинов — Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Сергей Новиков — Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Хәлит Мәхмүтов — Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Ирина Васимирская — Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Рөстәм Камалетдинов — Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе,
Ильяс Мөниров Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
29 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтендә кадрҙар тәғәйенләү тураһындағы бойороҡтарға ла ҡул ҡуйҙы.
Борис Мелкоедов — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе,
Вәкил Буранбаев — Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы,
Илфат Ғәлләмов — Башҡортостандың Архив эштәре идаралығы начальнигы,
Әлмирә Ғәниева — Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы,
Ринат Ғәлимов Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнде.