Иҫәптән төшөү таныҡлыҡтары бирелә28.01.2012
Республиканың территориаль һайлау комиссияларында тауыш биреү өсөн иҫәптән төшөү таныҡлыҡтары тапшырыла башланы.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына ошондай 70 мең таныҡлыҡ килде. Улар Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан әҙерләнгән.
Һайлау көнөндә үҙенең һайлау участкаһындағы тауыш биреү бинаһына килә алмаған һайлаусы ошондай таныҡлыҡ алыуға хоҡуҡлы. Был документты 2012 йылдың 12 февраленә тиклем территориаль һайлау комиссияһынан алырға мөмкин. 13 февралдән 3 мартҡа тиклем таныҡлыҡты участка комиссиялары ағзалары бирәсәк.
Әйтергә кәрәк: Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн иҫәптән төшөү таныҡлығы ике өлөштән — таныҡлыҡтан һәм йыртып алынмалы талондан тора. Был һайлауҙың мажоритар абсолют күпселек системаһы буйынса үтеүе, йәғни һайланыу өсөн кандидатҡа һайлаусылар тауыштарының яртыһынан күберәгенә эйә булыу зарурлығы менән бәйле. Дөйөм һайлау һөҙөмтәһе буйынса бер кандидат та Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына һайланмаһа, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусылар тауыштарының күпселегенә эйә булған ике теркәлгән кандидат буйынса ҡайтанан тауыш биреү көнөн тәғәйенләй.
Тауыш биреү көнөндә — 2012 йылдың 4 мартында һайлаусы паспортын һәм иҫәптән төшөү таныҡлығын тәҡдим итергә тейеш. Был осраҡта таныҡлыҡтың йыртып алынмалы талоны, ҡайтанан тауыш биреү үткәрелгәндә иҫәптән төшөү таныҡлығы алып ҡалына. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: иҫәптән төшөү таныҡлығы ҡабатлап бирелмәй, юғалтылған осраҡта күсермәһе лә эшләнмәй.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының
матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад