Мәҡәлә яҡлау тапты28.01.2012
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың милли мәсьәләгә ҡағылышлы сығышына күп милләтле Башҡортостан халҡы битараф ҡалманы. Республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре рәйестәре һәм ғалимдар менән үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә лә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
— Владимир Владимировичтың милли мәсьәләнең киҫкен тороуын таныуы бик ҡыйыу аҙым булды, — тине “түңәрәк өҫтәл”де алып барыусы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры Айһылыу Юнысова. — Тимәк, ул был йәһәттән булған бар проблемаларҙы таный һәм хәл итергә ниәтләй.
Милли-мәҙәни үҙәктәр рәйестәре белдереүенсә, улар Владимир Путиндың был мәҡәләһе менән килешә. Хөкүмәт Рәйесенең милли мәсьәләләр буйынса махсус орган булдырыу идеяһын да хупланылар. Тик уның ниндәй буласағы тураһында фекерҙәр генә төрлө ине. Берәүҙәр уны министрлыҡ йәки дәүләт комитеты итеп күрһә, икенселәр ассамблея булыуы яҡшы тип белдерҙе.
— Нисек кенә булмаһын, милли мәсьәләне тулыһынса чиновниктар ҡулына бирергә ярамай. Бының менән милли-мәҙәни үҙәктәр һәм ғалимдар шөғөлләнергә тейеш, — тине Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе Тимофей Азаров.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев үҙҙәренең милли мәсьәлә буйынса тәҡдимдәрен ишетеүҙәренә ҡыуаныс белдерҙе, әммә шул уҡ ваҡытта проблемаларҙың аҙағына тиклем хәл ителеп бөтмәүен билдәләне.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад