Мәсьәлә хәл итеүҙе көтһә...28.01.2012
Февраль башында урындарҙа түбәндәге етәкселәр граждандарҙы ҡабул итә:
2 февралдә сәғәт 11-ҙән 15-кә тиклем Граждандар хәле акттарын теркәү идаралығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы А.Е. Костарева Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте бинаһында (Ағиҙел ҡалаһы, Сәскә бульвары, 2);
4 февралдә сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев Нуриман районы хакимиәте бинаһында (Красная Горка ауылы, Совет урамы, 64);
7 февралдә 15 сәғәт 30 минуттан 17 сәғәткә тиклем иҡтисади үҫеш министры Е.В. Маврин Нефтекама ҡалаһы хакимиәте бинаһында (Нефтекама ҡалаһы, Комсомол урамы, 25);
9 февралдә 14 сәғәттән 16-ға тиклем Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Н.В. Солодовников Благовещен районы хакимиәте бинаһында (Благовещен ҡалаһы, Седов урамы, 96);
9 февралдә 14 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры М.М. Мөлөков “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы Рәйесе В.В. Путиндың Башҡортостан Республикаһындағы төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73).


Вернуться назад