«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә Сәйәси совет Президиумы ултырышы үтте. Сараны Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, Сәйәси совет секретары Константин Толкачев алып барҙы. Унда республикала үткән һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалды.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Рәмзил Ишһариндың фекеренсә, хәҙерге донъяла власть асыҡ булырға тейеш. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Волга буйы федераль округындағы төбәк бүлексәләре башҡарма комитеттары етәкселәренең 11 – 15 августа Өфөлә үткән семинары тураһында һөйләне.
“Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре Красный Холм һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа Булат Йомаҙиловтың, 69,9 процент тауыш йыйып, еңеү яулауын ҙур ҡаҙаныш тип баһалай. Өфө ҡалаһы Советына өҫтәмә һайлауҙарҙа ла бөтөн депутат мандаттарын “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре алған. Ғөмүмән, муниципаль һайлауҙарҙа 37 депутат ошо партия тарафынан күрһәтелгән кандидаттар араһынан һайланған.
Һайлау һөҙөмтәләре – халыҡтың партия һәм республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов тәьмин иткән тотороҡлолоҡ өсөн тауыш биреү күрһәткесе ул, тип билдәләне сарала ҡатнашыусылар. Әлеге ышанысты аҡлар өсөн байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә, халыҡҡа яҡыныраҡ булырға кәрәк. Берҙәм команда менән халыҡ мәнфәғәтендә өсөн башҡарылған эш бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк.
Президиум ултырышы барышында партия тарафынан «Рәсәй әсәләре» Бөтә Рәсәй хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе һәм Шәкәр диабеты менән ауырығандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эшләү тураһындағы ике килешеүгә ҡул ҡуйылды.