Халыҡ власҡа ышана23.09.2014
Сочиҙа үткән XIII халыҡ-ара инвестиция форумында Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ИТАР-ТАСС мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Төбәк башлығы һайлау һөҙөмтәләре, республиканың мөмкинлектәре тураһында һөйләне.


“Ил буйынса 30 субъектта төбәк етәкселәрен һайланы­лар. Бар тарафтарҙа ла һайлауға халыҡтың дәррәү килеүе ғәжәпләндерҙе. Башҡортостанда йылдың-йылы сәйәси сара әүҙем үтә. Быйыл иһә беҙ 81 процент күрһәткес менән Рәсәй буйынса 12 – 13-сө урында киләбеҙ. Йәмғиәттең тыныс, тотороҡло тор­мошта йәшәргә теләүен белдергән һандар был. Тимәк, халыҡ тәү сиратта Рәсәй Президентына, төбәк етәкселәренә ышана.
Рәсәй төбәктәре араһында республика финанстарға идара итеү сифаты буйынса алдынғылар рәтендә. Беренсе ярты йыллыҡта ғына инвестициялар күләмен 11 процентҡа арттырҙыҡ. Дөйөм алғанда, макроиҡтисади күрһәткестәр на­сар түгел. Тотороҡло үҫешкә нигеҙ бар. Шулай ҙа әлеге мәлдә санкцияларға бәйле ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Айырым ойошмалар быны һиҙҙе лә инде. Импорт тауарҙарын алмаштырыу буйынса программа ҡабул ител­гән. Уға ярашлы “Газпром” менән уртаҡ эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ”, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.



Вернуться назад