Юғары кимәлдә үткәрәсәкбеҙ16.09.2014
Рәсәй Президенты Владимир Путин Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһында үткән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәре башлыҡтары Советы ултырышында, илебеҙ ШОС рәйесе булған дәүләт бурыстарын үтәүгә етди ҡарай, тип белдерҙе.


– Рәйеслек осоронда төрлө кимәлдәге 100-гә яҡын сара үткәрергә ниәтләйбеҙ. Уларҙың иң мөһиме — киләһе йылдың 9-10 июлендә Өфөлә үтәсәк ШОС ағзаларының дәүләт башлыҡтары саммиты, — тине Владимир Путин.
Уның әйтеүенсә, төбәк именлегенең һөҙөмтәле алымы булараҡ ойошманың әһәмиәтен нығытыу, күп яҡлы ҙур иҡтисади проекттарҙы ғәмәлгә индереү, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе тәрәнәйтеү, төбәктәрҙең көнүҙәк һәм мөһим проблемаларына дөйөм ҡараш булдырыу Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәй рәйесле­генең өҫтөнлөклө бурыстары иҫәбенә инә.
— Әҙерлек йәһәтенән беҙҙә барыһы ла план буйынса бара. Саммиттарҙы тыныс ҡабул итеп, яҡшы кимәлдә үткәрәсәкбеҙ. Бының ҙур яуаплылыҡ һәм тырыш хеҙмәт талап итеүен аңлайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, Дүшәнбелә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы идараһы ултырышы тамамланғас.
ШОС саммиты йомғаҡтары буйынса Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан президенттары һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе байтаҡ доку­менттарға, шул иҫәптән Дүшәнбе декларацияһына ҡул ҡуйҙы.



Вернуться назад