Ошо йәкшәмбелә Башҡортостан халҡы яңы президент һайлаясаҡ. Бынан тыш, республикала муниципаль район Советтарына депутаттар өсөн тауыш биреү ҡаралған. Был мөһим сәйәси ваҡиғаға ҡарата абруйлы шәхестәрҙең дә фекерен белешергә булдыҡ. Улар һайлауҙы ниндәй кәйефтә ҡаршы ала икән?
Альбина БУРАНҒОЛОВА, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе урынбаҫары:
— Һайлауҙарҙан халыҡ, ғәҙәттә, яңылыҡ, үҙгәреш көтөүсән. Быйылғы һайлауҙа, республикабыҙҙың киләсәге кәм тигәндә тағы биш йылға хәл ителгәндә, һәр кешенең фекере мөһим. Шуныһын да билдәләп үтер инем: һайлау алды кампанияһы тыныс уҙҙы. Был — тотороҡло, дөрөҫ сәйәсәттең һөҙөмтәһе.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист:
— Атай-әсәйемдең, күрше-күләндең һайлауға йөрөгән саҡтары әле булһа хәтерҙә. Кейенеп-яһанып, күрше ауылда үтһә, пар аттар егеп сығып китерҙәр ине. Йыр-моң, уйын-көлкө, яҡты йөҙ сәйәси ваҡиға түгел, ә бер байрам кеүек үтә торғайны һайлау. Иң мөһиме – барыһы ла уның дәүләт өсөн дә, халыҡ өсөн дә ни тиклем яуаплы сара булыуын аңлай ине. Элекке заманды һағынып иҫләйбеҙ, бөгөн дә тотороҡло үҫеш, яҡты киләсәк өсөн һәр тауыш мөһим.
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры:
— Һәр кеше үҙ позицияһын күрһәтергә тейеш. Минең тауыш бер нәмә лә хәл итмәй тигән ҡараш бөтөнләй дөрөҫ түгел. Хатта тәҡдим ителгән кандидаттар араһында күңелеңә оҡшағаны булмаған сүрәттә лә үҙ һүҙеңде әйтергә кәрәк.
Рауил НАСИБУЛЛИН, Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, социология фәндәре докторы, профессор:
— Тәүҙә шуны әйтәйем: үҙ тәжрибәмдә тәүге тапҡыр, социолог булараҡ, бер ниндәй ҙә мәғлүмәткә эйә түгелмен. Халыҡтың фекерен өйрәнеүгә, социологик һорау-яуап үткәреүгә заказ булманы. Ә бит республика президентын һайлау урындағы халыҡ өсөн бик мөһим. Үҙемә килгәндә иһә, был сәйәси ваҡиғаны гражданлыҡ бурысым булараҡ ҡабул итәм.
Марат ҠОЛШӘРИПОВ, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире, тарих фәндәре докторы, профессор:
— Был мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалыу һайлау барышын боҙоуға, ниндәйҙер төҙәтмәләр индереүгә лә сәбәп булыуы мөмкин. Ә ни өсөн һинең хоҡуғыңды башҡалар үҙ мәнфәғәтендә ҡулланырға тейеш әле? Шуға һайлауға яуаплы ҡарарға күнеккәнмен.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
яҙып алды.