Республиканың барлыҡ территориаль һайлау участкалары ла һайлауға әҙер. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу кеше һайлаусы булараҡ теркәлгән. Әйткәндәй, беҙҙең төбәк был күрһәткес буйынса илдә етенсе урында килә.
Республиканың Хөкүмәт йортонда үткән видео-селектор кәңәшмәһендә һайлауға әҙерлек кимәле ыңғай баһаланды. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев онлайн режимында территориаль һайлау комиссиялары рәйестәрен тағы бер тапҡыр төп бурыстары менән таныштырҙы, һайлау ҡануниәтенә туҡталды, мөһим сарала яуаплылыҡ теләне. Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов та үҙ сығышында һайлау кампанияһының тыныс шарттарҙа үтеүен билдәләне. “Һайлау — сәйәсәттең ныҡлығына, дөйөм дәүләт системаһының эшмәкәрлегенә һынау”, — тине ул.
Артабан Мишкә, Благовещен, Дыуан, Белорет, Күмертау, Краснокама, Өфө ҡалалары һәм райондарының территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре онлайн режимында урындағы яңылыҡтарҙы хәбәр итте, һайлауға әҙер булыуҙарын әйтте.