Ҡануниәтте камиллаштырыу дауам итә27.01.2012
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 47-се ултырышында парламент Рәйесе Константин Толкачев "2011 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте тураһында" тигән доклад менән сығыш яһаны.
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге 2011 йылда Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәләренә бәйле бурыстар, республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелгән саралар менән билдәләнде, — тине Константин Толкачев. — Парламенттың республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса стратегик маҡсаттары, нигеҙҙә, үтәлде.
Артабан парламент Рәйесе яҙғы сессияға пландар менән таныштырҙы, закондар сығарыу эшмәкәрлеге яҙғы сессия осоронда Рәсәй Президентын һәм Өфө ҡала Советына, төбәктең башҡа муниципаль Советтарына депутаттар һайлауға бәйле буласаҡ, тип билдәләне.
Депутаттар 30-ҙан ашыу закон проектын тикшерҙе, Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы положениеға төҙәтмә индерҙе.
Ултырышта шулай уҡ республиканың дүрт суд участкаһына солох судьялары һайланды.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад