Рөстәм Хәмитов — иң яҡшылар иҫәбендә27.01.2012
Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары булған төбәк лидерҙарының тәүге тиҫтәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың рейтингы үҫә бара. “Независимая газета” заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы тарафынан 2011 йылдың декабрендә үткәрелгән тикшеренеү йомғаҡтары ошоно раҫлай.
Башҡортостан Президенты “көслө һөҙөмтәлелек” номинацияһында төбәк лидерҙары исемлегендә етенсе урынды биләй. 2011 йылдың ноябрендә уның рейтингы 4,06 балл тәшкил итһә, декабрҙә был күрһәткес 4,10 балл булған.
“Көслө һөҙөмтәлелек” номинацияһында тәүге өс урынды Мәскәү мэры Сергей Собянин, Санкт-Петербург башлығы Георгий Полтавченко һәм Краснодар крайы етәксеһе Александр Ткачев биләй.
2011 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо номинацияла илдәге төбәк лидерҙары араһында туғыҙынсы урынды яуланы.
Ә. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад