Нигеҙле тип танылды23.11.2011
Республика Прокуратураһы Башҡортостан Президенты Хакимиәте Эштәр идаралығының “Матбуғат донъяһы” нәшриәтендә һөйләшеүҙәрҙе яҙыусы махсус саралар табылыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһындағы ҡарарҙы законлы тип таныны. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре осраҡлы рәүештә үҙ офисында “билдәһеҙ” ҡулайламалар табып ала. Экспертиза асыҡлауынса, улар хеҙмәткәрҙәрҙең телефон аша һәм башҡа һөйләшеүҙәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йәшерен тыңлауҙың техник саралары булып сыға.
“Телефон аша һөйләшеүҙәрҙе һәм башҡа хәбәрҙәрҙе тыңлау саралары хеҙмәткәрҙәрҙең ризалығынан тыш ҡуйылған. Бының менән ошо кешеләрҙең Рәсәй Конституцияһында ҡаралған хоҡуҡтары тупаҫ боҙолған”, — тиелә Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте белдереүендә.
Ошо хәл буйынса 13 ноябрҙә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан Прокуратураһы быны законлы һәм нигеҙле тип таныны.
Прокуратураның матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, хәлде тикшереү барышы контролдә тотола.
“Интерфакс”.


Вернуться назад