Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикабыҙҙың ҡайһы бер ҡала һәм райондарында төбәк башлығы менән бер рәттән, төрлө кимәлдәге үҙидара органдарына депутаттар ҙа һайланасаҡ. Ошоғаса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 43-сө Краснохолм һайлау округы буйынса депутаты булған Зөфәр Йәнекәевтең республиканыњ Конституция суды рәйесе вазифаһына тәғәйенләнеүе сәбәпле, урында яңы халыҡ вәкиле билдәләнәсәк.
43-сө һайлау округына Ағиҙел ҡалаһы, Ҡалтасы районы, өлөшләтә Краснокама районы менән Дүртөйлө ҡалаһы һәм районы биләмәләре ҡарай.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы был мөһим кампанияны үткәреү буйынса вәкәләттәрҙе тулы кимәлдә Ҡалтасы районының территориаль һайлау комиссияһына йөкмәткән, тейешле документтарҙы, сараларҙың календарь планын раҫлаған. Комиссия рәйесе Татьяна Мухнурова әйтеүенсә, әҙерлек эше ойошҡан бара. Округ буйынса бер депутат мандатына биш кандидат дәғүә итә: Өфө ҡалаһындағы “Перспектива 21” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Зәнфир Ғәбиҙуллин “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе тарафынан депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелһә, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табибы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ағзаһы Рим Каланов үҙ-үҙен тєљдим иткєн. “БВС Евразия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте электромеханигы, Краснохолм ауылында йәшәгєн Винер Шәмсетдиновты — Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы, “Арлан технологик транспорт идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инженер-механигы Ғәмил Шәриповты — Рәсәй Либераль-демократик партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, ә республиканың Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙиловты “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе кўрћєткєн. Әлеге ваҡытҡа бар кандидаттар ҙа һайлау фонды булдырған, ышаныслы кешеләрен билдәләп, агитация эше алып бара.
Район һәм ҡалаларҙа барлыҡ ойоштороу сараларын территориаль һайлау комиссиялары кїйлєй. 29 августан участка һайлау комиссиялары эш башлаясаҡ. Һуңғы ҡанундарға ярашлы, комиссия биш йылға бер тәғәйенлєнгєнлектән, кадрҙар йәһәтенән ҡыйынлыҡтар юҡ. Белгестәрҙең әҙерлек кимәле юғары, тәжрибә етерлек. Өҫтәмә уҡыуҙар ҙа ҡаралған.
Территориаль һайлау комиссиялары 14 сентябрҙә тауыш биреү участкаларына килә алмаѓандарға теркәүҙән төшөү тураһында таныҡлыҡтар биреүен дауам итә. 4 сентябрҙән был эште участка комиссиялары башҡарасаҡ.