Етди үҙгәрештәр көтөлә23.11.2011
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ҡырҡ бишенсе ултырышы 30 ноябрҙә уҙғарыла. Республика парламенты Президиумының 22 ноябрҙәге ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
Киләһе аҙнала “Башҡортостан Республикаһында халыҡҡа пассажирҙар автомобиль транспортында транспорт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика законы проекты беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Закон сығарыу башланғысы федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле пассажирҙар ташыуға контроллек итеү йәһәтенән вәкәләттәрҙе көйләй.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачевтың шәхси блогында ошо башланғыс әүҙем тикшерелә. Парламент башлығы яңы закондың ғәмәлдә нисек тормошҡа ашырыласағына аңлатма бирә. Тәү сиратта, автомобилдең тышҡы күренеше хаҡында һүҙ бара. Уның мотлаҡ таксометры, өҫтөндә ҡыҙғылт-һары төҫтәге билдәһе, ян-яғында “шаҡмаҡтары”, салонда водитель һәм техник тикшереү тураһындағы мәғлүмәттәр булырға тейеш.
Үҙгәрештәр еңел таксиҙың төҫөнә лә ҡағыласаҡ. Һәр төбәк такси төҫөн үҙаллы билдәләй. Башҡортостанда транспорттың был төрө һары буласаҡ, тип ҡарар ителде. Ошо талапты боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу 2014 йылда башланасаҡ. Ә башҡалары өсөн 2012 йылдың 1 ғинуарынан яза биреләсәк. Рөхсәт документтарына килгәндә, Константин Толкачев әйтеүенсә, республикабыҙҙа улар башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда арзаныраҡ булмаҡсы. Башҡортостанда биш йылға бирелгән рөхсәт ҡағыҙы 800 һумға төшәсәк.
Ғөмүмән, депутаттар тарафынан ҡарауға 40-ҡа яҡын мәсьәлә сығарыла. Икенсе уҡыуҙа депутаттар “2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проектын ҡабул итә аласаҡ. Быйылғы бюджеттың үҙенсәлеге шунда: ул Башҡортостандың 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын 2011 — 2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисади үҫеше программаһын, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың үҫеш планын, шулай уҡ Халыҡ бюджеты муниципаль проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы иҫәпкә ала. Бынан тыш, “2012 йылға Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты тураһында”ғы закон проектын ҡабул итеү һәм 2012 — 2014 йылдарға Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектын раҫлау көтөлә.
“Башҡортостан Республикаһында орлоҡсолоҡ тураһында”ғы һәм “Эсәр һыу тураһында”ғы республика закондарына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекттары беренсе уҡыуға сығарылды. Уларҙа орлоҡ етештереүселәрҙең бурыстарын, республика орлоҡ фондтарын ойоштороу тәртибен, шулай уҡ республика дәүләт власы органдарының эсәр һыу менән тәьмин итеү өлкәһендәге вәкә ләттәрен аныҡлау тәҡдим ителә.
Парламенттың ноябрҙәге ултырышында тағы ла бер мөһим закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Ул — “Медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының урындағы үҙидара органдарына биреү тураһында”ғы закон проекты.
Закон проектына ярашлы, Өфөнөң урындағы үҙидара органдарына 2012 йылда айырым дәүләт вәкәләттәре бирелеүе мөмкин.
Көн тәртибендә шулай уҡ ауыл хужалығы, мәғариф, урман мөнәсәбәттәре һәм башҡа өлкәләрҙәге ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән закон проекттары бар.
Ултырышты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад