Юғары вазифаға дәғүә иткән кандидаттарҙан йыш ҡына уларҙың программаһы тураһында һорайҙар. Был вазифала халыҡ өсөн ниндәй эштәр башҡарырға йыйыныуы кешеләрҙә ғәҙел ҡыҙыҡһыныу уята. Әгәр ҙә ул кеше власта ла эшләп өлгөргән булһа, биргән вәғәҙәһен үтәй алғанмы — шуныһы ла мөһим. Был — эшләнгәндәргә йомғаҡ яһарға һәм киләсәк тураһында уйланырға бер сәбәп.
Һеҙ республика етәксеһе вазифаһындағы эшмәкәрлегемдең нисек башланыуын, мин баҫым яһаған өҫтөнлөктәрҙе хәтерләйһегеҙҙер: эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ. Улар ҙа, идара итеү принциптары ла үҙгәрешһеҙ ҡалды: власть кешеләр өсөн эшләргә тейеш.
Матур һандар урынына
тормош сифаты
Беҙ матур һандар артынан күп ҡыуҙыҡ: рекордлы уңыштарҙы күрһәттек, миллионлаған “квадрат” төҙөү менән маҡтандыҡ, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр алдындағы ал таҫмаларҙы киҫтек. Шул уҡ ваҡытта магазиндарҙа ситтән килтерелгән игендән бешерелгән икмәк, туҡмас һатып алдыҡ, биш-те йыл буйы – мәктәпкә барғанса – балалар баҡсаһына сират көттөк, алданған өлөшсөләр сафын тулыландырҙыҡ, ижади, әүҙем йәштәребеҙҙең, тыуған ерендә үҙ урынын тапмайынса, Мәскәүгә, Себергә, сит илгә эшкә һәм уҡырға киткәнен күрҙек. Инвесторҙар ҡымыҙҙан ауыҙ итте, күстәнәскә бал алды, әммә ябыҡ, бюрократик республикаға аҡса һалырға ашыҡманы.
Хәлдең былай дауам итә алмауы асыҡ ине. Халыҡ түрәләр трибунанан оҙон һандар рәтен һанаһын һәм буш рейтингтар менән ғорурланһын өсөн эшләмәй. Был дөрөҫ түгел. Власть кешеләр файҙаһына эшләргә тейеш, ә киреһенсә түгел.
Әле беҙгә маҡтаныу кәрәкмәй: ғәҙел эшләргә һәм иң элек үҙ-үҙебеҙҙе алдамаҫҡа, эшлекле ғәмәлдәр ҡылырға, төҙөргә ваҡыт. Власҡа, түрәләргә кабинеттарҙа һәм кәңәшмәләрҙә аҙыраҡ ултырырға, халыҡ етеш йәшәһен өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Йәштәр тыуған яҡтарында ҡалһын, эшләһен, балалар үҫтерһен, йорттар һалһын өсөн тырышыу зарур. Намыҫлы эшҡыуарҙар тыныс эшләһен, инвесторҙар республикаға килеп, яңы завод асһын, уңайлы эш урындары булдырһын, һалымдар ғәҙел түләнһен, тирә-яҡ төҙөкләндерелһен.
Дүрт йылда беҙ күп нәмәне урынынан ҡуҙғаттыҡ. Эшһеҙҙәр һаны кәмене. Табиптарҙың, уҡытыусыларҙың, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы һиҙелерлек артты. Алданған “өлөшсөләр” мәсьәләһен хәл иттек тиергә мөмкин —“проблемалы” 27 йорттоң дүртәүһе генә ҡалды, улары ла бер нисә айҙан сафҡа индереләсәк. Пенсионерҙар өсөн туризм программаһын башлап ебәрҙек. Балалар баҡсаларына сират кәмене. Сабыйҙар артты — былтыр уларҙың һаны 60 мең тәшкил итте. Ауыл хужалығында өҫтәп яҙылған һандарҙан ҡотолдоҡ. Ниндәй уңыш йыйғанбыҙ — һәр саҡ дөрөҫөн әйтәбеҙ. Был уңайҙан бөтә Рәсәй беҙҙән өлгө ала.
Республика ҙур тырышлыҡ менән намыҫлы һәм күп эшләй. Башҡортостан хәҙер 2009 йылға ҡарағанда сирек өлөшкә күберәк етештерә: Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә генә, шул иҫәптән беҙҙә лә, тулайым төбәк продукты йылына бер триллион һумдан ашыу. Ил Хөкүмәте иҡтисадтың үҫеш кимәле һәм йылдамлығы буйынса алдынғы алты төбәк иҫәбендә Башҡортостанды ла билдәләне: 2016 йылда беҙ тулайым төбәк продуктын 1,5 триллионға еткерергә тейешбеҙ.
Әммә, тағы ла ҡабатлап әйтәм, макроиҡтисад өсөн бүләктәр, грамоталар һәм рейтингтар иң мөһиме түгел. Һәр кешенең тормошо яҡшырмай, уңайлыҡтар, машина һатып алыу, йорт һалыу, балаларға сифатлы белем биреү, һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу, яратҡан эшеңдән ҡайтҡас, яҡшы ял итеү, спорт, ижад менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы мөмкинлектәр артмай икән, яңғырауыҡлы ҙур һандарҙың мәғәнәһе юҡ. Ҡала, ауылдарыбыҙ күркәмерәк һәм таҙараҡ, йәнлерәк булырға тейеш. Бының өсөн нимә кәрәк һуң?
Эйе, беҙ нефткә бай, ауыл хужалығы ярайһы уҡ ныҡлы республика булараҡ танылыу яулағанбыҙ. Әммә алға китеш, кешеләрҙең тормошон сифат йәһәтенән яҡшыртыу өсөн үҫештең яңы нөктәләре кәрәк. Артабан да сеймалға ғына иҫәп тоторға ярамай. Юғары технологиялы, фән ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән йүнәлештәрҙе: машиналар эшләү, фармакология, радиоэлектроника, химия, бәләкәй авиация, туризм, ағас эшкәртеү, металлургия тармаҡтарын үҫтереү фарыз. Фәндең эшкә тотоноуы, Башҡортостан предприятиелары араһында өр-яңы иҡтисади, технологик бәйләнештәр барлыҡҡа килеүе кәрәк.
Ошо маҡсатта территориаль-етештереү кластерҙары ойошторабыҙ. Улар йылдам үҫеш йүнәлештәрен билдәләй. Кластерҙар, газ һәм нефть химияһы, авиатөҙөлөш һәм ауыл хужалығы кеүек көслө тармаҡтарыбыҙға таянып, өр-яңы мәғлүмәт технологияларын, радиоэлектрониканы, логистиканы үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.
Беҙ фән ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән предприятиелар асыуға, ихтыяж ҙур булған ҡатмарлы продукция етештереүгә, импортҡа иҫәп тотмайынса, үҙебеҙгә кәрәкле тауарҙы үҙебеҙҙә сығарыуға баҫым яһайбыҙ.
Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттарАртабан да үҫергә, яңы эш урындары булдырырға, һалым алырға теләйбеҙ икән, тимәк, инвесторҙар өсөн аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы булырға өйрәнергә кәрәк. Республикаға яңы производство сифатында тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә миллиард һумдар кәрәк. Яңы капиталды күптән йәлеп иткән башҡа төбәктәрҙе уҙып китеү өсөн беҙгә Башҡортостан тураһында дөрөҫөн һөйләү, эшҡыуарҙарға тәүге осорҙа ташлама булдырыу фарыз. Был өлкәлә алға китеш бар: дүрт йылда иҡтисадҡа һалынған аҡса күләме 153-тән 266 миллиард һумға ҡәҙәр, сит ил инвестициялары 1,7 миллиард долларҙан артты.
Күберәк һәм арзаныраҡ төҙөргәРеспубликала киң ҡоласлы төҙөлөш алып барыла: дүрт йылда туғыҙ миллион квадрат метр торлаҡ, 58 балалар баҡсаһы, 26 мәктәп, 2000 урынлыҡ дауаханалар, 17 спорт комплексы, яһалма боҙ түшәлгән биш спорт ҡоролмаһы һәм башҡа кәрәкле объекттар файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөүселәргә дан һәм хөрмәт!
Әммә был да аҙ. Өфө торлаҡ хаҡы буйынса иң ҡиммәт ҡалалар иҫәбендә. Беҙ Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородтан ғына ҡалышабыҙ. Бер үк ваҡытта торлаҡ менән тәьмин ителеү буйынса илдә уртаса күрһәткестәрҙән артта ҡалабыҙ. Рәсәй буйынса тотош алғанда бер кешегә — 24, Өфөлә — 21, республика буйынса 23 квадрат метр тура килә.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр исемлегендә — 80 мең кеше. Был эш әкрен бара. Үҙ йорттарында йәшәргә, йорт һалырға теләүселәргә ер алыуҙа, инженерлыҡ коммуникацияларын үткәреүҙә, төҙөлөш материалдары, проекттар, рөхсәт документтары йәһәтенән ярҙам итергә тейешбеҙ. Былтыр торлаҡ төҙөлөшөн арзанайтыу өсөн республика инженерлыҡ селтәрҙәре үткәреүгә 2,3 миллард һум йүнәлтте, әммә был ғына етмәй. Беҙ республика халҡы өсөн уңайлы торлаҡ төҙөүҙе йыл һайын арттыра барасаҡбыҙ.
Гөрләп торған ауыл Башҡортостан — игенгә бай, ҙур аграр төбәк. Илде үҙебеҙҙә етештерелгән продукттар менән тәьмин итеү мөһимлеге тыуғанда, Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек именлеге өсөн яуаплылыҡ айырыуса беҙҙең иңгә төшә. Былтыр аграрийҙарыбыҙ федераль һәм төбәк бюджеттарынан 7 миллиард һум алды. Өс йылда республика хужалыҡтарына 14 миллиард һумлыҡ 11 мең дана техника ҡайтарылды. “500 ферма”, эш башлаған фермерҙарға ярҙам, малсылыҡ фермаларын үҫтереү программалары ғәмәлдә. 100-ҙән ашыу ферма үҙгәртеп ҡоролдо, ә 400 фермер ярты миллиард һум күләмендә ярҙам алды. Аграр комплексты үҙгәртеү буйынса эште бик ваҡытлы башланыҡ — бөгөнгө шарттарҙа беҙҙең ҙур инвестиция проекттары әһәмиәтле һәм кәрәкле булды.
Һөҙөмтәлә Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы хәҙер йылдам үҫеш осорон кисерә. Киләһе ике-өс йылда ул етди ыңғай һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк. Мегафермалар төҙөргә ниәтләйбеҙ. Уларҙың һәр береһе йылына 30—50-шәр тонна һөт етештерәсәк һәм 2020 йылға һөт етештереү буйынса ике миллион тоннанан ашыуға тиң кимәлде үтеү мөмкинлеген бирәсәк. Был дөйөм Рәсәй күләменең биш-алты процентына тиң.
Беҙ үҙебеҙҙе төп туҡланыу продукттары менән тәьмин итә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта күп кенә производстволар тулы ҡеүәтенә түгел, ә 60—70 процентҡа ғына эшләй. Республика импорт продукцияһын үҙебеҙҙеке менән тулыһынса алмаштыра ала. Ошо күсеш осоронда яһалма шау-шыу тыуҙырырға, хаҡты күтәрергә тырышыусыларҙан ябай халыҡты һаҡлау мөһим. Был — бөтә кимәлдәге дәүләт власының мөһим бурысы.
Сит илдеке урынына — үҙебеҙҙекеӘле беҙгә ҡаршы сығыш яһаған илдәрҙән Рәсәйгә аҙыҡ-түлек индереүгә рөхсәт булмау сәбәпле, ҡатмарлы хәл тыуҙы. Был — аграрийҙарыбыҙ, эшкәртеүселәребеҙ өсөн илде үҙебеҙҙең тәмле, экологик яҡтан таҙа, сифатлы, бала саҡтан таныш продукттар менән туйындырыу, шулай уҡ аҙыҡ-түлектең сифаты, тәбиғилеге буйынса ярышып, үҙ-ара ғәҙел конкуренция алып барыу мөмкинлеге лә. Ауылдарыбыҙ ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Республиканы һәм илде үҙебеҙгә туйындырырға кәрәк.
Һүҙ продукт тураһында ғына бармай, был йәһәттән барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанам. Берәү ҙә донъянан “тимер ҡорған” артына ҡасырға саҡырмай, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең иҡтисадҡа һәм эшҡыуарҙарға зыян килтереп, эске сауҙа баҙарын халыҡ-ара корпорацияларға тапшырып ҡуйырға ла ярамай! Дәүләт заказдарын үҙебеҙҙең илдә урынлаштырыуҙан башларға кәрәк, минеңсә. Сит илдекен көслө конкуренция шарттарында етештерелгән үҙебеҙҙең тауарға алмаштырыу — мөһим бурыс һәм киләсәккә дөйөм дәүләт тренды.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙамБәләкәй бизнес ни тиклем яҡшыраҡ йәшәй, илдәге тормош та шул тиклем етешерәк. Үҙҙәрен һәм тағы ла бер нисә кешене эш менән тәьмин иткәндәр, һалымын даими түләп барғандар, мөһим хеҙмәт күрһәткәндәр һәм тауар етештереүселәр хөрмәткә һәм ярҙамға лайыҡ.
Мин Хөкүмәт алдына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү бурысын ҡуям. Башҡортостан бизнесы үҙ сиратында алыу-һатыу менән генә сикләнмәй, фән ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән производство булдырыу, ауыл хужалығы тауарҙарын үҙебеҙҙәге юғары технологиялы предприятиеларҙа етештерелеүенә өлгәшергә тейеш тип иҫәпләйем.
Власҡа иң мөһим талап – бөтә бюрократик кәртәләрҙән арыныу, эшҡыуарҙарҙы кәрәкмәгән ҡурсалау һәм контроль саралары менән бимазалауҙы туҡтатыу. Эшләргә теләгән булдыҡлы кеше тыныс эшләһен.
Бюджет — халыҡ өсөн Дәүләттең тағы ла бер мөһим бурысы — граждандарҙы социаль яҡлау, уларҙың сәләмәтлеген һәм именлеген ҡайғыртыу. Беҙҙең төбәк бюджетын юҡҡа “социаль” тип атамайҙар, дүрт йылда ул халыҡ мәнфәғәттәре йүнәлешен алды — мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлауға сығымдар — 60, мәҙәниәткә 70 процентҡа артты. Социаль ярҙамға сығымдар — пособиелар, компенсациялар, пенсияларға өҫтәмәләр, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидиялар 1,5 тапҡырға үҫте.
Һаулыҡ һаҡлауға күп кенә аҡса йүнәлтәбеҙ — өс йылда был өлкә бюджеты ике тапҡырға артты һәм былтыр 45 миллиард һумдан ашты. Республиканың дауалау учреждениеларында юғары технологиялар индерелә — улар быуындарҙы протезлау, онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары, хирургия, нейрохирургия, эндокринология, педиатрия йүнәлештәренә ҡарай.
Алдыбыҙҙа 2015 йыл аҙағына балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. 2010 йылда сабыйҙы баҡсаға ҙур ауырлыҡ менән урынлаштыра инек. Республика буйынса сират 50 меңгә етә ине. Ғәмәлдә иһә баҡсаларға сабыйҙарҙың 60 проценты ғына йөрөй торғайны. Республика был мәсьәләне хәл итеүгә күп аҡса бүлде, федераль ярҙамды ла ҡулланып, 16,5 мең урынлыҡ 160 баҡсаны сафҡа индерҙе. Әле уларҙы төҙөү дауам итә, тәү сиратта — буға баҡсаларына ҡытлыҡ кисергән ҡалаларҙа.
Дүрт йылда республикала 38 мәктәп, 10 мең уҡыу урыны артты, быйыл тағы өс мәктәп, 2017 йылға 5 500 уҡыусыға ете мәктәп төҙөләсәк. Улар юғары конкурентлыҡ ҡеүәһенә, уҡытыуҙың юғары дәрәжәһенә эйә буласаҡ. Был учреждениеларҙа балалар лайыҡлы белем аласак.
Юғары уҡыу йорттары өсөн яҡын киләсәккә пландар — Башҡорт дәүләт университеты өсөн дөйөм ятаҡ төҙөү, медицина университеты, сәнғәт академияһы, авиация университеты корпустарын үҙгәртеп ҡороу. Һөнәри белем биреү учреждениелары ҙурайтыласаҡ. Шуларҙың 33-ө күп кимәллегә әүерелде, лицейҙарҙы, колледждарҙы, университеттарҙы берләштерҙе — уларҙа беҙҙең йәштәр эшсе һөнәрҙәре һәм вуз дипломы аласаҡ.
Башҡортостанда тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәткә демографик үҫеш тә ҡушыла: былтыр беҙҙә 60 мең сабый донъяға килгән — бындай хәлдең инде 20 йыл булғаны юҡ ине. Республикала халыҡтың уртаса йәше — 38. Беҙ —Волга буйы федераль округында иң йәш төбәк.
Бөтә донъяла ололар һаны арта, әүҙем, эшлекле һәм бәхетле булһын өсөн уларға күберәк иғтибар бирергә кәрәк. Өлкән йәштәге 450 мең кеше социаль ярҙам сараларынан файҙалана. Башҡортостан — пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн туризм программаһын ғәмәлгә индереүсе берҙән-бер төбәк: беҙҙә ололар сит илдәрҙәге йәштәштәре кеүек үк донъя күрергә, шифаханаларҙа ял итергә хоҡуҡлы. Беҙ үҙебеҙҙең “Халыҡ университеттары” менән ғорурлана алабыҙ. Уларҙа 52 мең кеше компьютерҙы үҙләштерҙе, инглиз телен өйрәнде, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнде. Был эште беҙ дауам итәсәкбеҙ.
Мәҙәниәт – камиллыҡҡа ынтылыш ул2014 йыл республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Өфө амфитеатрындағы күләмле классик һәм джаз музыкаһы концерттары республика халҡы өсөн ысын сәнғәт байрамы булда. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, бүтән баш ҡалаларҙа уңышлы сығыш яһаған йәш һәм талантлы яҡташтарыбыҙ унда үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Мәҙәниәттең бындай халыҡ байрамдары артырға, академик сәнғәт камера залдарынан сығып, әлегә тиклем скрипка менән фортепьяноны бер ҡасан да ишетмәгән йәштәрҙең күңеленә үтеп инергә тейеш.
Һуңғы өс йылда 34 ауыл мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде. Белоретта 800 урынлыҡ Мәҙәниәт һарайы һалынасаҡ. Сибайҙа ла Мәҙәниәт һарайы төҙөү йәки ғәмәлдәге залды яңыртыу мәсьәләһе тикшерелә. Әлшәй, Баймаҡ, Дүртөйлө, Ейнсура, Саҡмағош райондарында – бөтә республика буйынса клубтарҙы яңыртыу һәм төҙөкләндереү буйынса эш алып барыла. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең килеме арта. 2013 йылда уларҙың эш хаҡы, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 70 процентҡа тиерлек үҫкән. 2018 йылға тармаҡтағы хеҙмәт хаҡын төбәктәге уртаса күрһәткескә еткерергә, йәғни биш йылда уны икеләтә арттырырға, ниәтләйбеҙ. Мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ һатып алыуға йыл һайын 50-шәр миллион һум аҡса бүләбеҙ.
Беҙ федераль программаларҙа ҡатнашабыҙ. Муниципаль мәҙәни проекттарыбыҙ ҙа юғары баһа ала. Тармаҡтың матди базаһын нығытабыҙ. Әле “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, опера һәм балет театры, Михаил Нестеров исемендәге художество музейы биналарын реконструкциялайбыҙ, уларҙың залдарын, биҙәлешен донъя стандарты кимәленә еткерәбеҙ. Ошо маҡсатҡа 3 миллиард һум бүленде. Ҡурсаҡ театрының яңы бинаһы проектлана. Конгресс-холл донъя кимәлендәге ҙур форумдарҙы ҡабул итерлек заманса универсаль комплексҡа әүереләсәк.
Спорт һөйөүсән республикаБашҡортостан, спортсыларыбыҙҙың исеме бөтә донъяла яңғыраһын өсөн, мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Беҙҙә спорттың матди-техник базаһы яҡшы. 25 спорт ҡоролмаһы халыҡ-ара талаптарға яуап бирә. Улар иҫәбенә “Динамо”, “Биатлон”, “Өфө-Арена” спорт комплекстары, Спорт һарайы, “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркының спорт майҙансыҡтары, “Первушин” аэродромы, “Нефтсе” бассейны, “Аҡбуҙат” ипподромы һ.б. инә. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса Рәсәй Федерацияһында икенсе урынды биләүебеҙ хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә.
Һөнәри спортҡа – үҙебеҙҙең республиканы һәм илде данлаған командаларыбыҙға, спортсыларыбыҙға артабан да булышлыҡ итәсәкбеҙ. Ләкин физкультура хәрәкәте лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Физкультура-спорт эшен иң яҡшы ойоштороусыны асыҡлауға йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй смотр-конкурсы йомғаҡтары буйынса беҙ икенсе йыл рәттән илдә беренсе урынды яулайбыҙ (матди-техник база, адаптив физик культура һәм спорт, балалар һәм үҫмерҙәр спорты, физик культураны һәм спортты финанслау йәһәтенән). Беҙ һәр ерҙә тиерлек спорт ҡоролмалары селтәрен ойошторорға тейешбеҙ – һәр биҫтә ихаталарында спорт майҙансығы барлыҡҡа килеүе зарур. Әйтергә кәрәк, ғәмәлдәге ҡеүәтте тейешенсә файҙаланмайбыҙ. Беҙҙең заманда мәктәп стадиондары, спорт залдары һәр саҡ тулы ине. Минеңсә, сәләмәт тормошто пропагандалау дәүләттең генә бурысы түгел. Бында граждандар йәмғиәте институттары эше лә ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар спортҡа ни тиклем күберәк йәлеп ителһә, халыҡ та бар йәһәттән сәләмәт буласаҡ.
Яҡшы күршелек
традицияларыОҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостан ерендә бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡурсалап, аңлашып йәшәнек һәм кешелеклелек, изгелек, яҡшы күршелек мөнәсәбәттәре йәһәтенән тәжрибә тупланыҡ. Беҙ дөйөм халыҡ, милли байрамдарҙа ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, бер-беребеҙҙе милли аш-һыу менән һыйлайбыҙ, балаларыбыҙҙы өйләндерәбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика эвакуацияланған йөҙҙәрсә мең кешене ҡабул итә, уларҙың барыһына ла урын һәм эш табыла. Үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәтте, телебеҙҙе онотмай бергә йәшәй беләбеҙ, был тәжрибәнең XXI быуатта ла кәрәге тейҙе. Әле илдә һәм донъяла миграция процесы әүҙемләште, кешеләр яҡшы эш эҙләп бер урындан икенсеһенә күсенә, һуғыш-атыштан ҡасып килә. Был Башҡортостандағы тыныслыҡ һәм именлек тураһында һөйләй. Беҙҙә тыныс йәшәү һәм эшләү мөмкинлеге бар, ҡунаҡсыл, ихлас халыҡ йәшәй.
Башҡортостандың күп милләтлелеге төрлө мәҙәниәттәрҙе үҫтереү өсөн шарттар тыуҙыра. Быларҙың барыһында ла — беҙҙең өҫтөнлөк, беҙҙең байлыҡ.
Ғәҙел сәйәсәтКешеләрҙең тормошон сифат йәһәтенән яҡшыртыуға һәр кем үҙ эшен намыҫлы башҡарған осраҡта ғына өлгәшергә мөмкин. Иң элек был төрлө кимәлдәге власть органдарында эшләгәндәргә ҡағыла – коррупцияға, ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүгә, әшнәлеккә һәм ришүәтселеккә ҡәтғи ҡаршымын. Улар йәмғиәтте тарҡата, йәшәү сифатын төшөрә. Ришүәтселек – ниндәйҙер абстракт дәүләттең аҡсаһын урлау түгел, ә беҙҙең кеҫәгә төшөү ул. Үҙемдең министрҙарҙан, бөтә кимәлдәге етәкселәрҙән халыҡ файҙаһына намыҫлы эшләүҙе ҡәтғи талап иттем һәм артабан да шулай буласаҡ. Дөрөҫлөккә таянып ҡына ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡҡа өлгәшергә мөмкин.
Хуплау-яҡлауығыҙҙы ныҡлы тоям, һәм был мине кешеләр өсөн эшләүҙең етәксе өсөн иң дөрөҫ принцип булыуына инандыра. Мин дә ошо йүнәлештә эшләйем, башҡаларҙан да шуны талап итәм. Кешеләр файҙаһына башҡарылған ғәмәлдәр фәҡәт эшлекле булырға тейеш. Беҙ өр-яңы, заманса, юғары технологиялы, көнкүреш, эш, ижад өсөн уңайлы, Рәсәй һәм үҙебеҙҙең граждандар ғорурланырлыҡ Башҡортостанды төҙөйбөҙ. Беҙ республикабыҙҙы сәскә атыр һәм имен төбәк кимәленә күтәрә алабыҙ, быны эшләргә бурыслыбыҙ.