Хәл тотороҡлана26.01.2012
25 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Герций менән осрашты. Унда республикала халыҡты эш менән тәьмин итеү, хеҙмәт ҡануниәте өлкәһендәге контроль-күҙәтеү вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала мәшғүллек буйынса программалар уңышлы эшләй.
— Хеҙмәткә түләүҙә үҫеш бар, 2011 йыл йомғаҡтары буйынса уртаса эш хаҡы 13 процентҡа артҡан. Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән ҡалышабыҙ, әммә беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй. Ундағы кешеләрҙең түбәнерәк эш хаҡы алыуы аңлашыла. Нефть сығарыусы төбәк булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙә уртаса эш хаҡы — 18 мең һум самаһы, — тине республика Президенты.
Осрашыуҙа шулай уҡ уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, сәнәғәт тармағы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы мәсьәләләре ҡаралды.
Юрий Герций әйтеүенсә, республика һәм унда эшләгән мәшғүллек, дәүләт хеҙмәт инспекцияһы органдары яҡшы иҫәптә тора.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад