Рәсәй Хөкүмәте сайтында яңы күрһәткестең ғәмәлгә индерелеүен сағылдырған ҡарар баҫылған.
Дәүләт (муниципаль) дөйөм белем биреү ойошмаларында ғилем алыусыларҙың дөйөм иҫәбендә бер сменалағы уҡыусыларҙың өлөшөн билдәләгән күрһәткес төбәк башлыҡтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалағанда иҫәпкә алына. Ҡарар проекты ил Президенты Указын һәм Рәсәй Хөкүмәте күрһәтмәһен үтәү йөҙөнән Төбәктәр үҫеше министрлығы тарафынан эшләнгән.
Документҡа ярашлы, шулай уҡ иҡтисадты үҫтереү, һалым ҡеүәтен арттырыу буйынса төбәк власының һөҙөмтәләрен объектив сағыштырыу өсөн ҡайһы бер иҡтисади күрһәткестәр ҙә алына. Был яңылыҡтарҙың барыһы ла киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Ил Хөкүмәтендә белдереүҙәренсә, яңы ҡарарҙар системаны камиллаштырыуға, һөҙөмтәлелекте арттырыуға булышлыҡ итәсәк.