Иң мөһиме — ваҡытында башҡарыу12.08.2014
Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре, хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлеккә ярашлы төҙөлгән һәм реконструкцияланған объекттарҙы ҡараны.


Республика етәксеһе бөтә донъяға билдәле Наmpton by Hilton Ufa һәм Holiday inn 4* селтәре, “Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡунаҡханалары, “Башҡортостан” ҡунаҡ­ханаһына төкәтмә һалынған майҙансыҡтарҙа булды. Ул “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын реконструкциялау барышына ла баһа бирҙе.
— Объекттарҙа эш яҡшы бара, — тине Рөстәм Зәки улы. — Иң мөһиме — эште ваҡытында башҡарыу. Ҡунаҡханаларҙың барыһы ла киләһе йылдың мартында сафҡа инергә тейеш. Был объекттар барыһының да күңеленә хуш килер тигән фекерҙәмен.


Вернуться назад