Яуаплы һәм ҡыҙыу осор08.08.2014
Һайлау алды марафоны иң ҡыҙыу мәленә яҡынлаша. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Берҙәм һайлау көнөндә илдең 84 субъектында төрлө кимәлдә яҡынса 5,5 мең һайлау кампанияһы үтәсәк. Шул иҫәптән, Рәсәйҙең 30 субъектында – төбәк башлыҡтары, 14-ендә дәүләт власының закондар сығарыу органдарына депутаттар һайланасағын да иѕәпкә алһаҡ, ни тиклем ҙур һәм яуаплы осор алдында тороуыбыҙ шик ҡалдырмай.

Был осраҡта яуаплылыҡты кандидаттарға ғына япһарып ҡалдырыу килешмәѕ. Һайлауҙарҙа ҡатнашыу, төбәктең, илдең киләсәген ойоштороуҙа, ниндәйҙер кимәлдә хатта үҙгәртеп ҡороуҙа, үҙ ҡарашыңды белдереү – һәр граж­дандың хоҡуғы ғына түгел, ә бурысы ла. Был йәһәттән Башҡортостан һайлаусыларына һүҙ тейџерерлек түгел. Республикала һайлауҙар һәр ваҡыт ћєйбєт кимєлдє ойошторолдо. Мөһим сәйәси сарала, ғәҙәттә, тауыш биреүсе­ләрҙең 80 проценттан да кәм ҡатнашмауы күп нәмә тураһында һөйләй. Әйткәндәй, сәйәсмәндәр сираттағы һайлау кампанияһына ла шундай уҡ күрһәткес вәғәҙәләй.
Ниндәй яңылыҡтары менән тарихта ҡаласаҡ һуң «Һай­лау-2014» кампанияһы? Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Баш­ҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биргәндә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, быйылдан башлап бөтә һайлау участкалары үтә күренеүсән стационар һәм күсмә йәшниктәр менән йыһазландырыла. Иѕке ағас йәшниктәрҙе ҡулланыу ҡануниәткә ҡаршы килә. Әйткәндәй, был һайлауҙың тағы бер үҙенсәлеге бар: Президент вазифаһына кандидатты сәйәси фирҡәләр генә тәҡдим итә ала ине. Республикала йәмғеһе 56 партия теркәлеүен иѕәпкә алғанда, Президент вазифаһына дәғүә итеүселәр һаныныњ тиѕтєгє лє тулмауы уйланырға урын ҡалдыра, әлбиттә.
Йәнә бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү фарыз. Халыҡ араһында, бюллетендәрҙә «Барыһына ла ҡаршы» тигән графа барлыҡҡа киләсәк, тигән хәбәр йөрөй. Ысынлап та, «Бөтә кандидаттарға ла ҡаршы», «Бөтә кандидаттар исемлегенә ҡаршы» тигән тауыш биреү алымын тергеҙеү күҙаллана. Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле Законға ҡул ҡуйған. Әммә, Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, яңы графа дәүләт власы органдарын, шулай уҡ Президент һайлауға индерелмәй, сөнки был саралар муниципаль кимәлгә ҡарамай. Ҡануниәтте үҙидара органдарына депутаттар һайлағанда ғына файҙаланырға мөмкин.
Һайлау алды кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. 16 августан кандидаттарҙың киң мәғлүмәт сараларындағы агитацияһы башлана. Берҙәм тауыш биреү көнөндә төрлө сәбәптәр менән үҙ һайлау участкаларына бара алмағандарға теркәүҙән төшөрөү танытмаһы тапшырыу ҡаралған. Документты Башҡортостан Президентын һайлауға ла, муниципаль район Советына өѕтәмә депутат өсөн тауыш биреүгә лә ваҡытынан алда алырға була. Бының өсөн 30 июлдән 3 сентябргә тиклем – территориаль һайлау комиссияһына, 4 сентябрҙән 13-өнә тиклем участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.



Вернуться назад