Бюллетендәр әҙерләнә06.08.2014
Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлауға 3 миллион 31 мең бюллетень, шул иҫәптән тауыштарҙы иҫәпләүҙең техник саралары файҙаланылған 178 900 бюллетень әҙерләнә.

Улар урыҫ, урыҫ-башҡорт һәм урыҫ-татар телендә баҫыла.
Төбәктәге Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, һайлауҙа тауыш биреү өсөн бюллетендәрҙе “Белая река” нәшриәте етештерәсәк.

***
Ошо көндәрҙә 60 кешегә иҫәптән төшөү таныҡлығы тапшырылған. Ул республикабыҙҙа 30 июлдән бирелә башланы. Бөтәһе 70 мең бланк әҙерләнгән.
Тауыш биреү көнөндә һайлау участкаһына бара алмаған кеше ошондай таныҡлыҡты алырға хоҡуҡлы. Документ 13 сентябргә тиклем тапшырыла. Иҫәптән төшөү таныҡлығын Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын һайлағанда ла алырға мөмкин. Территориаль һайлау комиссияларында ул – 30 июлдән 3 сентябргә тиклем, участка комиссияларында 4 –13 сентябрҙә таратыла.


Вернуться назад