Халыҡтың өмөтө арта29.07.2014
Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов республика буйлап эш сәфәре барышында Ҡырмыҫҡалы районы ауылдарының социаль инфраструкту­раһын тикшерҙе, халыҡ менән осрашты.

Атйетәр ауылында Рөстәм Хәмитов мәсеткә инеп, Ураҙа ғәйетенә йыйылған мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы.
– Барығыҙҙы ла изге көн айҡанлы тәбрикләйем, һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Бер-беребеҙгә терәк булып, дуҫ йәшәйек, – тине республика башлығы.
Артабан Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең тәүге мөфтөйө Мөхәмәтйән Хөсәйеновтың кәшәнәһендә булды. Ике йыл элек бында төҙөкләндереү эштәре үткәрелгән: мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, юлдар яңыртылған.
Республика етәксеһе шулай уҡ урындағы йүнселдәр менән осрашты. Йыйылышта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, районға инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнес ойоштороу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләләре тикшерелде.




Вернуться назад