Кисә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттарға таныҡлыҡтар тапшырылды. Сараны Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.
Һайлау комиссияһының секретары Марина Долматова, Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар тапшырған документтар республиканың Һайлау тураһындағы кодексы талаптарына яуап бирә, тип билдәләне.
Артабан Комиссия кандидаттарҙы теркәү тураһында ҡарар ҡабул итеп, уның рәйесе Хәйҙәр Вәлиев теркәлгән кандидаттарға – Илдар Бикбаевҡа (Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, “Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән); Иван Сухаревҡа (Рәсәй Федерацияһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт комитеты ағзаһы, ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе күрһәткән); Рөстәм Хәмитовҡа (Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе күрһәткән); Юнир Ҡотлоғужинға (Рәсәй Коммунистар партияһының республика бүлексәһе секретары, Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан бүлексәһе күрһәткән) – таныҡлыҡ тапшырҙы.
14 сентябрҙә шулай уҡ Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Красный Холм һайлау округы буйынса депутат, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге Советына, 18 муниципаль райондың урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланасаҡ. Ҡоролтайға Красный Холм һайлау округы буйынса биш кандидат дәғүә итә: Зәнфир Ғәбиҙуллин, Рим Ҡаланов, Винер Шәмсетдинов, Ғәмил Шәрипов, Булат Йомаҙилов.
– Бөгөндән кандидаттар һайлау алды эшенә тотонасаҡ. Башҡортостан Президенты вазифаһына дүрт кандидат барлыҡ документтарҙы ла ваҡытында һәм еренә еткереп тапшырҙы. 25 июлдә депутаттарҙың ҡултамғаларының дөрөҫлөгөн тикшереүҙе тамамланыҡ. Һайлау алды агитацияһы 16 августа башланасаҡ. Алдағы аҙнала, йәғни 29 июлдә матбуғат саралары араһында йәрәбә һалыу үткәрәсәкбеҙ. Был йәрәбәгә ярашлы һәр кандидат үҙ мөмкинлегенән файҙалана аласаҡ, – тине Хәйҙәр Арыҫлан улы.