Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында “Башнефть” компанияһы менән бәйле тема әүҙем күтәрелә. Быға акцияларға ҡағылышлы операцияларҙың туҡтатылыуы һәм тәфтиш эштәре барыуы сәбәпсе.
Башҡортостан Хөкүмәте ошоға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе: республика етәкселеге хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенә ҡыҫылмай һәм төбәкте был низағҡа яһалма йәлеп итергә маташыуға ҡырҡа ҡаршы. Башҡортостан “Башнефть” компанияһының тотороҡло эшен хуплай, сөнки ул – республикала һалымды иң күп түләүсе ойошма. Төбәктең социаль именлеге лә уның уңышлы эшмәкәрлегенә бәйле.
Башҡортостан Республикаһы
Президентының матбуғат хеҙмәте.