Беҙҙәге саммит яҡшыраҡ буласаҡ25.07.2014
Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов шулай уҡ “Известия” гәзите хәбәрсеһенә лә республикала БРИКС саммитына әҙерлек барышы тураһында бәйән итте. Ул бындай сараларҙы ойоштороу кимәлен күтәрергә ниәтләй.

– Бразилиялағы саммитҡа кил­гәндә, бөтә эш саманан тыш технологиялы, көндәгесә барҙы. Ирек­мән­дәрҙең, юл күрһәткес­тәренең, ярҙамдың етмәүе һиҙелде, ошондай ҙур форумдар мөхитен сағылдырған шарттар тойолманы. Беҙ был эште яҡшыраҡ баш­ҡарырбыҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бразилиялағы БРИКС бизнес-форумы ла оҡшап етмәне. Унда ҙур темалар күтәрелмәне. Сығышымда төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлекте, бәйләнештәрҙе ошондай саммит­тарҙа ҡаралырға тейешле мөһим мәсьәлә итеп билдәләнем. Фекер алышырға саҡырҙым. Әлбиттә, сәйәси кимәл – дәүләт башлыҡтары, ҙур бизнес бар. Шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты ла оноторға ярамай. Беҙ тап уны үҫтерергә тейешбеҙ.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Өфөләге сарала республикабыҙҙағы милли үҙенсәлектәргә ҙур иғтибар биреләсәк.
– Саммит уҙғарылған ерҙә этноауыл төҙөргә ҡарар иттек. Унда башҡорт тирмәһен, урыҫ һәм татар өйҙәрен ҡорабыҙ. Ҡыҙыҡлы тамаша буласаҡ. Бынан тыш, Башҡортостан нефте, Башҡортостан мәҙәниәте тарихын, беҙҙәге урыҫ халҡының һуңғы 400 йылдағы тормошон сағылдырған музейҙар ойошторола, – тине ул.


Вернуться назад