Тәрән иҡтисади “бураҙна” ҡалһын25.07.2014
Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында ла буласаҡ саммиттар хаҡында һөйләне.

— Әлбиттә, Башҡортостан киләһе йылдың июлендә бер нисә көнгә донъяның сәйәси үҙәгенә әүереләсәк. Саммиттарҙы юғары кимәлдә үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һаласаҡбыҙ,— тине ул. — Киләсәктә республика йүнселдәренең яңы иҡтисади партнерҙары барлыҡҡа килер, тип ышанам. Эш урындары булдырыу, яңы предприятиелар асыу, тауарҙар менән тәьмин итеү, үҙебеҙҙең продукцияны һатыу өсөн яңы юлдар һалыу йәһәтенән өҫтәмә мөмкинлек тыуасаҡ. Бөгөн төп проблема — тауарҙы һатыу. Эйе, етештереү түгел, ә һатыу. Һатаһың икән, табыш, килем, өҫтәмә һалым алаһың. Быларҙың барыһы ла биләмәләрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Беҙҙең бурыс етәкселәрҙе, эшҡыуарҙарҙы саҡырып һөйләшеү менән сикләнмәй, иң мөһиме — саммиттарҙан һуң тәрән иҡтисади “бураҙна” ҡалырға тейеш.
Республика етәксеһе Бразилияла эшҡыуарҙар, сауҙа-сәнәғәт палаталары, ойошмалар вәкилдәре менән осрашыуы хаҡында һөйләне. Бынан тыш, ул форумда төбәк-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтеү тәҡдиме менән сығыш яһауын белдерҙе. Сәйәси, иҡтисади мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алған был өлкә төбәк-ара бәйләнештәр менән нығытылырға тейеш, тигән фекерҙә төбәк башлығы.
— Беҙ Башҡортостанды донъяға танытыу йәһәтенән эш алып барабыҙ, сөнки шунһыҙ алға барып булмай. Республика оҙаҡ ваҡыт “ярым ябыҡ” килеш торҙо. Әле коммуникациялар, мәғлүмәти асыҡлыҡ, төбәктәр араһындағы бәйләнештәр бик мөһим. Ошо йүнәлештә эшләйбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Ул ҙур сараға әҙерлектең әллә ни ҙур сығым талап итмәүен дә билдәләне.
— Саммиттарға миллиард һумдар бүлеү талап ителмәне. Бөгөн башҡарған эштәрҙең барыһы ла республика халҡы, баш ҡалабыҙ файҙаһына, — тине ул.


Вернуться назад