Рөстәм Хәмитов: “Ышаныс менән алға барабыҙ”25.07.2014
Рөстәм Хәмитов:  “Ышаныс менән алға барабыҙ”
22 июлдә Рөстәм Хәмитов “Рәсәй 24” телеканалына интервью бирҙе. Унда киләһе йыл Өфөлә үтәсәк саммиттарға әҙерлек мәсьәләһе иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.

— Башҡортостан — илдең иң ҙур һәм иҡтисади яҡтан алға киткән төбәктәренең береһе, шуға күрә Өфөнөң саммиттарҙы үткәрә алырына ҡарата Рәсәй Президентында ла, ил Хөкүмәтендә лә шик тыуманы, — тине республика етәксеһе.
— Әҙерлеккә килгәндә, ул планға ярашлы бара. Яңы отелдәр, ҡунаҡханалар төҙөлә. Өфөлә ошоға бәйле бер аҙ проблемалар бар ине. Әле шәхси сектор эшкә әүҙем тотондо, уларға өҫтөнлөктәр тыуҙырҙыҡ, ергә хоҡуҡты тиҙ арала теркәргә, коммуникация үткәрергә ярҙам иттек. Бизнес ыңғай мөнәсәбәттә. Ете ҡунаҡхана йылдам төҙөлә, уларҙың икәүһе — 1 ғинуарға, ҡалғандары 1 мартҡа тиклем сафҡа инергә тейеш. Тимәк, саммит ҡунаҡтары яңы отелдәргә урынлаштырыласаҡ.
Башҡортостан Президенты вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусының әйтеүенсә, беҙҙә юл инфраструктураһы насар түгел. Аэропорт яңыртыла. Ул заманса төҫ аласаҡ. Бынан тыш, саммит үткәреләсәк Конгресс-холл модернизациялана, ул да 1 ғинуарға әҙер булырға тейеш. Бер нисә мәҙәниәт ҡоролмаһы бар, уларҙа эш тейешенсә бара. Әйтергә кәрәк, быларҙың барыһы ла саммиттар өсөн генә түгел, ә тәү сиратта кешеләр, халҡыбыҙ мәнфәғә­тен­дә эшләнә. Шик юҡ, сараға тулыһынса әҙер буласаҡбыҙ.
Башҡортостан ШОС һәм БРИКС илдәре менән берлектә тормошҡа ашырған төбәк-ара проекттар хаҡында ла ентекле һөйләшеү булды. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, маҡтанырлыҡ күренештәр бар.
— Һуңғы ваҡытта беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерәбеҙ. Был илдең провинциялары менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ҡытай бизнесы ла, беҙҙең эшҡыуарҙар ҙа ҡәнәғәт, — тине ул. — Республикабыҙ Хөкүмәте һәм Ҡытай провинциялары етәкселәре эшлекле даирәлә бизнестың бер-береһен табыуы өсөн шарттар тыуҙыра алды. Өр-яңы проекттар, үҫештең яңы алымдары барлыҡҡа килә.
Хеҙмәттәштәребеҙ араһында башҡа илдәр ҙә бар. Мәҫәлән, Бразилия вәкилдәре беҙҙә “Marcopolo” автобустарын йыйыуҙы ойошторҙо. Һиндостан күптән инде Башҡортостандан авиация двигателдәре һатып ала. Һиндтар менән бәйләнеш бик юғары кимәлдә. Шул уҡ ваҡытта беҙ башҡа илдәрҙең тәжрибәһен дә өйрәнергә теләйбеҙ. Мәҫәлән, Көньяҡ Африканыҡын. Ул һуңғы йылдарҙа туризм өлкәһендә үҫеш алды. Ошо тармаҡтағы эшмәкәрлекте өйрәнергә ниәт бар, сөнки республикабыҙ ҙа бик күркәм һәм ҡыҙыҡлы.
Ҡаҙағстан һәм Тажикстан менән дә берлектәге проекттар байтаҡ. Ҡа­ҙағстан менән — нефть өлкәһендә, Тажикстан менән аҙыҡ-түлек, эшсе көс йәһәтенән хеҙмәттәшлек яйға һа­лынған. Был бәйләнештәрҙең төбәк-ара кимәлдә тормошҡа ашырылыуы бик яҡшы. Рәсәй етәкселеге ошо илдәрҙең башлыҡтары менән ҙур килешеүҙәр төҙөй, ә беҙ туранан-тура төбәк-ара мөнәсәбәт булдырабыҙ.
— Әлеге ваҡытта санкциялар темаһы әүҙем тикшерелә. Баш­ҡортостанда был йәһәттән ниндәй фекерҙәләр? — тип тә һораны хәбәрсе.
— Беҙҙә Көнбайыш продукцияһы менән ярышырлыҡ сифатлы һәм яҡшы тауар сығарған предприятиелар байтаҡ. Шуға ла санкцияларҙан ҡурҡмайбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы. — “Башнефть” һәм уның предприятиелары республика өсөн һалымды күпләп түләй. Әммә беҙ бер ойошмаға ғына ҡарап ултырырға ярамағанлыҡты аңлайбыҙ, шуға күрә сәнәғәтте үҙгәртеп ҡорорға тырышабыҙ. Машина эшләү тармағына өмөт ҙур. Өр-яңы ҡыҙыҡлы проекттар бар. Ундайҙарға, мәҫәлән, хәрби авиация өсөн заманса дви­гателдәр сығарған моторҙар эшләү берекмәһе инә. Күмертауҙа вертолеттар эшләү буйынса ҙур завод бар. Станоктар эшләү — һәр дәүләттә төп нигеҙҙәрҙең береһе. Станок сығар­майһың икән, башҡа эштәрҙе баш­ҡарыу ҡыйынға төшә. Ошо йәһәттән тырышлыҡ һалабыҙ.
Республикабыҙ — илдең ҙур аграр төбәге. Беҙҙә ит, һөт, иген етештереүҙе үҫтереү буйынса ҡеүәтле проекттар тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙә агропродукцияны күпләп етештергән биш төбәк иҫәбендәбеҙ. Һөт етештереү буйынса Татарстан менән беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлешәбеҙ. Артабан да позиция нығынасаҡ.
Ағас эшкәртеү, тау-мәғдән сәнәғәте, еңел сәнәғәт, инфраструктура өл­кәһендә лә пландар ҙур, транспорт селтәре үҫә. Республика башлығының һүҙҙәренсә, беҙ ышаныслы алға барабыҙ.
— Инвесторҙарға ташламалар биргән заманса ҡануниәт булдырҙыҡ, — тине артабан төбәк етәксеһе. — Бынан тыш, ҙур инвесторҙар менән шәхсән эш итәм, улар быны аңлай һәм хуплай. Байтаҡ административ кәртәне юҡҡа сығарҙыҡ. Әммә инвесторҙарҙың әһәмиәтен аңлап етмәгән ҡайһы бе­рәүҙәр, шул иҫәптән власть вәкилдәре юҡ түгел. Дөйөм хаҡы 700-800 миллиард һум тәшкил иткән 100-ҙән ашыу проектыбыҙ бар, улар республикабыҙ биләмәһендә тормошҡа ашырыла.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡорт­остандың Ҡырымдағы Белогорск районын шефлыҡҡа алыу хаҡында һөйләне.
— Беҙ унда бик тығыҙ эшләйбеҙ, — тине ул. — Һуңғы 15 – 20 йыл эсендә төрлө сә­бәптәр арҡаһында районда үҫеш мөм­кин­леге булмаған. Бөтә нәмә иҫкергән, туҙған. Мәҫәлән, һыу үт­кәргестәр. Шулай уҡ, ҡы­йыҡтарҙы йүнәтәбеҙ, яңы тәҙрәләр ҡуя­быҙ. Утын яғып йылытылған балалар баҡсалары бар, беҙ бөгөн уларҙа яңы ҡаҙанлыҡтар төҙөйбөҙ. Кешеләргә йәшәргә һәм эшләргә кәрәк бит. Ғөмүмән, респуб­ликаның ярҙамы бик ҙур. Ҡырымға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйып тапшырған кешеләргә, предприя­тиеларыбыҙға ҙур рәхмәт! Улар биргән аҡса 200 миллион һумға яҡынлаша.
Хәбәрсенең: “Башҡортостанда һай­лау алды кампанияһы нисек бара?” тигән һо­рауына Рөстәм Хәмитов былай тип яуап­ланы:
— Эш һәр ваҡыттағыса ышаныслы бара. Әлбиттә, төрлө кәйеф өҫтөнлөк итә. Ҡәнәғәттәр һәм риза булмағандар бар. Тотош алғанда, республикала бөгөн хәл бик тыныс. Халҡыбыҙ низағ яратмай.


Вернуться назад