Халыҡ – ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын23.07.2014
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы уҙғарған сираттағы фекер алышыуҙа һүҙ башлыса төҙөлөш тармағы тураһында барҙы.

Палата
ҡарамағындағы төҙөлөш, транспорт һәм юл хужалығы мәсьәләһе буйынса эш төркөмөнөң рәйесе Сергей Гладских әйтеүенсә, ҡаланың берәй урынында төҙөлөш башланғанын күп осраҡта халыҡ белмәй ҙә ҡала, үҙ сиратында, берәүҙең дә фекере иҫәпкә алынмай. Өфөләр, шулай уҡ бүтәндәр ғәҙеллек даулап урамға сыға икән, быларҙың барыһы ла – шуның әсе емеше. “Кроношпан” заводы миҫалы бүтән ҡабатланмаһын тиһәк, граждандарға бөтәһе лә асыҡ булырға тейеш.
Өфөлә йәшәгән Рәсүл Мостафинды тыңлағас, күңелдәргә шом йүгерҙе, бигерәк ҡурҡыныс булып китте, ул кисергән-күргән бүтәндәр менән ҡабатланмаҫ тип кем ныҡлы әйтә ала?! Менделеев – Баҡалы – Кувыкин урамдары киҫеле­шендә урынлашҡан Мостафиндарҙың шәхси йорто.
– Бәләкәй генә ер участкаһына асыҡтан-асыҡ рейдер һөжүме бара, – тип йөрәк ярһыуын тыя алмай һөйләй Рәсүл. – Янауҙары ғына етмәгән, хатта беҙ йәшәгән ергә баҫып инделәр. Төҙөлөш алып барыр өсөн майҙансыҡты кәртәләп алдылар, ағастарҙы ҡырҡтылар, техника шәкәргә эйәләшкән себен шикелле килеп тора, китеп тора. Ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәйем, хәҙер миңә ҡайҙан яҡлау эҙләргә?
Йәшерен-батырын түгел, ҡала уртаһындағы ошо “утрау” бөгөн алтынға тиң. Күп ҡатлы йорт һалыу өсөн ниңә тәүҙән үк өй хужалары менән кәңәшләшмәгәндәр? Улай ғына ла түгел, был турала бер ҡайҙа бер ниндәй ҙә белдереү булмаған.
Беҙгә мәғлүм булыуынса, был урындағы өйҙәрҙә бер нисә ғаилә көн күрә. Уларҙа йәшәгән кешеләр үҙҙәрен иртәгә ни көткәнен белмәй, һәр көндәре михнәткә тиң, айырыуса төндә ҡурҡыныс икән. Рәсүл Мостафинды өркөтөү маҡсатында өйҙө төн уртаһында яндырғандар. Бәхетле осраҡ ҡотҡарған, йорт хужаһының уяулығы арҡаһында ғаилә афәттән ҡотолған. Ул яңынан өй күтәргән, уны ла үртәгәндәр. Йортоноң ишеген ҡутарып асҡандар, ҡыҫҡаһы, шәхси хужалығына баҫып ингәндәр. Исмаһам, балалары хаҡына бындай оятһыҙлыҡҡа бармаһалар ине...
– Иглин районынан йорт бирәбеҙ, шунда китегеҙ, тип ҡы­уалар, – ти Рәсүл. – Ни өсөн беҙ унда барырға тейеш әле? Юҡ, бер аҙым да сигенмәйәсәкбеҙ, һуңғы һулышҡаса көрәшәсәкбеҙ. Подрядсы менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөй­ләш­тем, ул әллә күпме вәғәҙә бирҙе, ләкин береһе лә үтәлмәне, күрәләтә алдашты.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов билдәләүенсә, мәсьәләнең айышына төшөнөү, һәр осраҡта ла алтын урталыҡты табыу – ултырышта ҡатна­шыу­сыларҙың бурысы.
Йыйылышта төрлө фекер яңғыраны. Берәүҙәр, бындай ул­тырыш бөтөнләй кәрәкмәй, барыбер юғарынан ҡолаҡ һа­лыусы юҡ, тиһә, икенселәр, һәр төрлө мәғлүмәтте йәки яңылыҡты ваҡытлы матбуғат, бигерәк тә Интернет аша ет­ке­­реү фарыз, тине. Ысынлап та, халыҡ әле лә бергә тупланып, ҙур көс була ала. Ошо урында баш ҡалала Дан бульвары туҡталышы тирәһендә төҙөлөргә тейеш юғары тиҙлекле трамвай юлы тураһындағы ғауғалы ваҡиға иҫкә төштө. Унда ла тәүҙә өфөләрҙең күбеһе был турала белмәй ҡалды, ә ҡалаға йәм биргән һәм тирә-яҡты сафландырған ағастарҙы ҡырҡа башлағайнылар, шау-шыу ҡупты. Ярай халыҡ берҙәм күтәрелеп кенә сейле-бешле проектты туҡтатты. Юғиһә тотош парк юҡҡа сыҡҡан булыр ине...



Вернуться назад