Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттарҙы теркәү өсөн документтар ҡабул итеүҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы 19 июлдә туҡтатты.
Президент вазифаһына дәғүә иткән дүрт кандидат ҡалды: Илдар Бикбаев – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, “Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән; Иван Сухарев – Рәсәй Федерацияһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт комитеты ағзаһы, ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе күрһәткән; Рөстәм Хәмитов – Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе күрһәткән; Юнир Ҡотлоғужин – Рәсәй Коммунистар партияһының республика бүлексәһе секретары, Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан бүлексәһе күрһәткән.
Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ кандидаттар ҙа 479 депутат ҡултамғаһы менән хуплау ҡағыҙы, кандидаттарҙы яҡлаған депутаттар исемлеге, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаларына вәкәләт биреү өсөн кандидаттар тураһында мәғлүмәттәр һәм уларҙың документтары, беренсе финанс отчеттарын тапшырған. Әле имзаларҙы эш төркөмө тикшерә, уның составына Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, Аппарат хеҙмәткәрҙәре, территориаль комиссияларҙың рәйестәре ингән.
Эш төркөмө тапшырылған документтарҙы ун көн эсендә тикшереп, теркәү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Кандидаттарҙың теүәл исемлеге 28 июлдән дә һуңға ҡалмайынса иғлан ителәсәк.