Бәхетленең байрамы бергә22.07.2014
Республика буйлап эш сәфәре барышында Президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Учалы ҡалаһында яңы балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыуға әҙерлекте тикшерҙе, Ҡала көнөнә, шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
220 урынлыҡ балалар баҡсаһы Учалыла 2012 йылда уҡ һалына башлағайны. Подрядсылар тыуҙырған ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар арҡаһында төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды. Былтыр ҡалаға килгәндә Рөстәм Хәмитов технологияны боҙған төҙөүселәрҙе ҡаты тәнҡитләне. Әле балалар баҡсаһы файҙаланыуға әҙер тиерлек, етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Киләһе айҙа ул ишектәрен асыр тип күҙаллана. Рөстәм Хәмитов район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевкә объектты ентекле тикшереп ҡабул итергә ҡушты.
Артабан республика етәксеһе ҡаланың үҙәк аллеяһындағы “Башҡортостан” күргәҙмәһенә юлланды. Бында үҙешмәкәр ижад коллективтары сығыш яһаны, декоратив-ҡулланма сәнғәт әйберҙәре күрһәтелде, йәш эшҡыуарҙарҙың бизнес-проекттары тәҡдим ителде. Рөстәм Хәмитов учалыларҙы башта Ҡала көнө, артабан “Таусы” стадионында төп предприятиеның юбилейы айҡанлы ҡотланы.
– Был яҡтарға тағы килеүемә шатмын. Былтыр ҡаланың 50 йыллығын байрам иткәйнек, быйыл комбинаттың 60 йыллығын билдәләйбеҙ. Ошондай тантаналарҙы һеҙҙең менән бергә үткәрергә һәр саҡ әҙермен. Әлбиттә, юбилейҙы һылтау итеп кенә түгел, ябай көндәрҙә лә килергә тырышырмын, — тине төбәк башлығы.
* * *
Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһында ла булды. Бында ул 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн, автомобиль юлын төҙөкләндереүҙе ҡараны, дөйөм белем биреү мәктәбен реконструкциялау менән танышты, шулай уҡ Ҡала һәм Металлургтар көндәренә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны.
Рөстәм Хәмитов Тюленин һәм Киров урамдарындағы 3 саҡрымлыҡ юл участкаһын ҡарап сыҡты. Әле бында капиталь төҙөкләндереү йылдам бара. Юлдың асфальт япмаһын, пассажирҙар транспорты туҡталыштарын алмаштырыу, канализацияны төҙөкләндереү ҡарала.
Артабан Башҡортостан етәксеһе 1-се урта мәктәпте реконструкциялау барышы менән танышты. Мәғариф учреждениеһының ремонтҡа ябылыуына ике йыл үткән. “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уны яңы уҡыу йылы башланыуға сафҡа индерергә вәғәҙәләй. Әле бинала ҡыйыҡ, ҡаттар араһындағы бүлемдәр, инженерлыҡ коммуникациялары алмаштырылған. Иҫке оҫтаханалар урынына башланғыс мәктәптең яңы корпусы һалынған. Бүлмәләрҙә биҙәкләү эштәре тамамланып килә, елләтеү ҡоролмалары ҡуйыла, биләмә төҙөкләндерелә. Ноябрҙә уҡыу йортонда бассейн эшләй башлаясаҡ.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм мәктәп-интернаттарҙа тәрбиәләнгән 13 балаға Твердышев урамындағы яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырҙы. Тантананан һуң төбәк етәксеһе фатир алған Динис Ғәйнетдинов менән һөйләште һәм уның яңы торлағын ҡарап сыҡты.
Күп фатирлы йорт быйыл июндә Башҡортостандың Социаль торлаҡ төҙөү фонды тарафынан сафҡа индерелгән. Етем балаларҙан тыш, Белорет районы хакимиәтенең “Социаль ипотека” программаһында ҡатнашыусылар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтары торлаҡлы булды. Тағы бер фатирҙы республиканың Мәҙәниәт министрлығы Белорет районында эшләгән белгесе өсөн һатып алған.
Ҡала һәм Металлургтар көндәренә арналған тантанала Рөстәм Хәмитов тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлап, металлургия комбинаты алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Сәфәр аҙағында төбәк етәксеһе район хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа Белоретҡа етди төҙөлөш ойошмаларын йәлеп итеү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
— Ҡала ҙур, ә төҙөүселәрегеҙ юҡ. Торлаҡты һәм социаль объекттарҙы сафҡа индереүгә бәйле ҡыйынлыҡтар ошонан килә, — тине Рөстәм Хәмитов.