Теркәлгән кандидаттар иғтибарына19.07.2014
2006 йылдың 6 декабрендәге Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 63-сө статьяһындағы 6-сы өлөшкә ярашлы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы 2014 йылдың 16 авгусынан 13 сентябренә тиклем һайлау алды агитацияһы материалдарын урынлаштырыу өсөн майҙан биреү хаҡында белдерә.

Аҙналыҡ түләүһеҙ һәм түләүле баҫма майҙандың дөйөм күләме аҙналыҡ майҙандың 10 процентын йәки А2 фор­матындағы 1,2 гәзит битен (2400 кв. см.) тәшкил итә. Баҫма майҙан йәрәбә һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Түләүле баҫма майҙан хаҡы 1 квадрат сантиметр өсөн 90 һумға (өҫтәмә хаҡҡа 18 процентлыҡ һалым менән) тиң. Был хаҡ һайлау фонды аҡсаһы иҫәбенән түләнә. Материалдар гәзиттә сыҡҡанға тиклем биш көн алдан редакцияға тапшырылырға тейеш. Улар гәзиттә донъя күргәнгә тиклем ике көн алдан аҡсаны тулыһынса түләгәндән һуң ғына баҫыла.
Редакцияның адресы: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, e-mail: [email protected]. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 272-05-43, 272-83-87.


Вернуться назад