Берҙәм тауыш биреү көнөндә – ваҡытынан алда Башҡортостан Президентын, муниципаль район Советына өҫтәмә депутат һайлаясаҡбыҙ. Был сараға әҙерлек, һайлау комиссияһы алдында торған маҡсаттар хаҡында һөйләүен үтенеп, Йылайыр районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сабир Ғәндәлиф улы Зөлҡәрнәевкә мөрәжәғәт иттек.
— Беҙҙең районда ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты өсөн тауыш биреү менән бергә 3-сө һайлау округы буйынса өҫтәмә һайлау ҙа буласаҡ.
Әлеге көндә һайлауға әҙерлек дәррәү бара. Район үҙәгендә ике участкала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыу ҡаралған. Федераль законға ярашлы, августа бөтә һайлау участкалары үтә күренмәле һәм күсермәле йәшниктәр менән йыһазландырыласаҡ. Беҙҙең төп бурыс — һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, шуға күрә һәр аҙым етди уйланылып, дөрөҫ башҡарылырға тейеш. Йылдағыса, йылайырҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашып, тауышын белдерер тип ышанам, — тине ул.
К. ИШБУЛДИНА
яҙып алды.