Ҙур мәртәбә һәм оло яуаплылыҡ18.07.2014
Ҙур мәртәбә һәм  оло яуаплылыҡ БРИКС дәүләттәре етәкселәренең саммиты Өфөлә киләһе йылдың 9-10 июлендә уҙғарыла. 15 июлдә Бразилияның Форталеза ҡалаһында үткәрелгән ултырышта ошо хаҡта белдерелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин БРИКС ағзаларын Өфөлә уҙғарыласаҡ ошо ҙур ваҡиғаға саҡырып сығыш яһаны. БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының VI осрашыуында Рәсәй делегацияһы составында Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
—Барығыҙҙы ла киләһе йыл Өфөлә үткәреләсәк БРИКС саммитына саҡырабыҙ! — тине Владимир Путин.
Рәсәй Президенты әйтеүенсә, илебеҙ берекмә эшендәге күсәгилешлелекте тәьмин итәсәк, Бразилия рәйеслеге осоронда билдәләнгән өҫтөнлөктәрҙе иҫәпкә аласаҡ, эште яңы идеялар менән байытырға, донъя, төбәк кимәлендәге мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа БРИКС-тың әһәмиәтен нығытыу йәһәтенән сара күрергә тырышасаҡ. Киңәйтелгән ултырыш йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән Форталеза декларацияһында “Бразилия, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Рәсәйҙең БРИКС-тың VII саммитын 2015 йылда Өфөлә үткәреү тураһындағы тәҡдимен хупланы” тип белдерелә.
Ҙур мәртәбә һәм  оло яуаплылыҡ— ШОС һәм БРИКС саммиттарын Өфөлә, Башҡортостан Республикаһында, ҡабул итеү — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, — тине Рөстәм Хәмитов сит ил журналистары менән осрашыуҙа. —Ул беҙҙең иңгә оло яуаплылыҡ та һала. Ике йыл инде байтаҡ эш башҡарабыҙ, әҙерлек планға ярашлы бара. Ғәмәлдәге объекттарҙы ипкә килтереү, яңыларын төҙөү йәһәтенән ҡыйынлыҡ юҡ. Халыҡ-ара конференциялар, форумдар үткәреү тәжрибәһе бар, был эште ойоштора беләбеҙ. Йыл аҙағына тиклем биналар, ҡоролмалар, ҡунаҡханалар әҙер булырға тейеш. 2015 йылдың яҙына барлыҡ ойоштороу эштәрен тамамларға ниәтләйбеҙ.




Вернуться назад