Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы – эш сәфәре менән Бразилияла. Бөгөн бындағы Форталеза ҡалаһында БРИКС саммиты уҙғарыла.
Эш төркөмөнә шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостан Президентының Протокол идаралығы начальнигы Ринат Йәнтилин, “Өфө-2015” ШОС БРИКС офис төркөмө” директоры Руслан Мирсаяпов инде. Сәфәрҙең маҡсаты — БРИКС саммитына әҙерлек йәһәтенән практик тәжрибәне өйрәнеү.
13 июлдә Башҡортостан делегацияһы саммит үткәрелгән урында булды. 14 июлдә улар БРИКС-тың эшлекле форумы ултырышында ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов “Иҡтисади перспектива. Иҡтисади интеграция: тотороҡло үҫеш өсөн талаптар” тигән темаға фекер алышыу барышында сығыш яһаны. Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Рәсәйҙең рәсми делегацияһы составында БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының VI осрашыуында ҡатнаша.
БРИКС-тың алтынсы саммиты Бразилия Президенты Дилма Роуссефф рәйеслегендә үтә. Сараларҙа шулай уҡ ҠХР Рәйесе Си Цзиньпин, Рәсәй Президенты Владимир Путин, Һиндостан премьер-министры Нарендра Моди һәм Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума ҡатнаша.