21 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында булды, “Морат” тау саңғыһы үҙәгенең инфраструктураһы менән танышты.
Бында биш тау саңғыһы трассаһы урынлашҡан, дүрт күтәргестең икеһе эшләй, төҙөлөп бөтмәгән ҡунаҡхана бинаһы бар. Тау саңғыһы үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһының Үҙәк тау саңғыһы спорты һәм сноуборд клубы” дәүләт автономлы учреждениеһының филиалы эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, комплекс тау саңғыһы спорты һәм ҡышҡы туризмдың заманса үҫеш кимәленә яуап бирмәй.
Рөстәм Хәмитов “Морат” үҙәген үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда спорт комплексын аяҡҡа баҫтырыу һәм 2015 йылға заманса стандарттарға ярашлы хәлгә килтереү зарурлығы билдәләнде.
— Башҡортостан Республикаһында тау саңғыһы спорты элекке данын юғалтты, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шул уҡ ваҡытта беҙҙә спортты һәм туризмды үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Республикала тәбиғәт шарттары яҡшы, тау саңғыһы спортының йолалары, үҫеш тарихы, оҫталыҡ бар. Белоретта заманса тау саңғыһы үҙәген үҫтереү һөҙөмтәле булмаҡсы — ҡаланың инфраструктураһы яҡшырасаҡ, яңы ҡунаҡханалар төҙөләсәк.
Республика Президенты комплекстың инфраструктураһын үҫтереү өсөн шәхси капитал йәлеп итеү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте. Яһалма ҡар түшәү, трассаларҙы яҡтыртыу һәм канат юлы һалыу буйынса сығымдарҙы республика үҙ иңенә аласаҡ.
Ултырыш барышында Белоретта һәм Стәрлетамаҡта тау саңғыһы үҙәктәрен аяҡҡа баҫтырыу буйынса берҙәм заказсы бурыстарын башҡарасаҡ структура булдырырға ҡарар ителде. Был эш 2012 йылда тормошҡа ашырыласаҡ.
Белореттағы 400-гә яҡын шәхси йорт һалынған яңы биҫтәлә Рөстәм Хәмитов бассейнлы 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты.
Республика Президенты ҡалалағы мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөмәгән балалар һаны менән ҡыҙыҡһынды. Урындағы власть органдары вәкилдәре әйтеүенсә, Белорет районында 1600, ҡаланың үҙендә 800-гә яҡын сабый ошондай учреждениеларға сиратта тора. Быйыл ике балалар баҡсаһын сафҡа индереү мәсьәләнең киҫкенлеген бер аҙ кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ балалар баҡсаһына илткән юлдарҙың насар булыуын билдәләне. Етәкселәр әйтеүенсә, быйыл яҙ биҫтәне төҙөкләндереү күҙаллана.
***
Ошо уҡ көндө эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әбйәлил районында булды.
Республика башлығы Төньяҡ Үләнде күле буйындағы ял йорто төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Инвестор проектҡа 230 миллион һум аҡса һалған. 19 мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған ерҙә ҡунаҡханалар, пляждар, теннис корты һәм йыл әйләнәһенә эшләгән һырғалаҡ урынлашасаҡ. Объект 2013 йылдың майында эш башлаясаҡ. Унда 100 эш урыны булдырыу күҙаллана. Капитал һалыуҙың дөйөм күләме — 700 миллион һум.
Геологоразведка ҡасабаһында Рөстәм Хәмитов 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты. Учреждениены һалыуға аҡса республика һәм урындағы бюджеттан бүленгән.
Таштимер ауылында Башҡортостан Президенты мебель етештереү буйынса бәләкәй предприятиены ҡараны. Бында беседкалар, декоратив биҙәү әйберҙәре, мебель етештерәләр. Республика башлығы эшҡыуарҙар менән әңгәмәләште һәм һатыу баҙары менән ҡыҙыҡһынды. Улар әйтеүенсә, ағас әйберҙәр һатыуҙан алынған табыш йылына 3 миллион һумға етә. Яҡын киләсәктә предприятие күбекле бетон, блок етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй.
Ошо уҡ ауылда Рөстәм Хәмитов кәзә ҡымыҙы етештереү фермаһында булды. Йылына ул 10 тоннаға тиклем шифалы эсемлек һата икән.
Тупаҡ ауылында төбәк башлығы авария хәлендәге мәктәпте ҡарап сыҡты. 1969 йылда һалынған мәғариф учреждениеһы 80 урынға иҫәпләнгән. Әле бында 108 бала уҡый. Кластар етмәү арҡаһында мәктәп ике сменала эшләй. Уҡытыусылар әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа уҡыусылар һаны артасаҡ, ике йылдан бында 130-ҙан ашыу бала белем аласаҡ.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.