Белеме бар. Ә ҡәҙере?12.07.2014
Яҙғы сессияның һуңғы ултырышында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы тапҡыр “Хөкүмәт сәғәте” үткәрергә булды – был юлы улар алдында мәғариф министры Әлфис Ғаязов отчет тотто. Донъя баҙарының аяуһыҙ баҫымы шарттарында йәшәйбеҙ, мәғарифты ошо ҡыҫымға бирешмәҫлек белдекле быуын әҙерләүсе заманса система итеп үҙгәртеп ҡороу – иң көнүҙәк мәсьәлә. Барыһын да кадрҙар хәл итәсәк. Беҙҙең мәғариф быға әҙерме?


Министр үҙенең “2012 – 2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында мәғарифты яңыртыуҙың йомғаҡтары” тип аталған ҙур докладында билдәләүенсә, беҙҙең республика Рәсәйҙә мәғарифы иң үҫешкән төбәктәр рәтенә инә. Барлыҡ ил буйынса белем биреүҙең сифатын күтәреү, уҡытыусы һөнәренә ҡарашты үҙгәртеү йүнәлешендә ҙур эш бара һәм был, тәбиғи, Башҡортостанға ла ҡағылмай ҡалмай. Ауылдарҙа мәктәптәр ябылыуы, уҡытыусыларҙың икенсе белем усағына күсерелеүе йәки хатта бүтән эш эҙләргә мәжбүр булыуы ла мәғариф тармағындағы реформаның еңел генә бармауын раҫлай. Әлфис Суфиян улы әйтеүенсә, уҡыусылар һаны ла йыл һайын ике мең самаһына кәмей бара.
– Шулай ҙа уҡытыусыларҙың хеҙмәтенә түләү ҙә арта – бөгөн уларҙың эш хаҡы уртаса 23 мең һумға етте, – тине министр.
Аҙаҡ ул депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе:
– Мәғариф системаһына бирелгән аҡса тулыһынса үҙләштереләме, тотонолмай ҡалғанын йыш ҡына ҡаҙнаға кире ҡайтарырға ла тура килә бит...
– Беҙгә бирелгән миллиард ярымдың былтыр 49 мең һумын ғына кире ҡайтарҙыҡ: был – Рәсәй буйынса иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
– Ауылда мәктәпте ябыу тураһындағы ҡарарҙы кем ҡабул итә, һәм ул ниндәй критерий буйынса билдәләнә?
– Мәктәпте финанслауҙың дөйөм схемаһы бар. Уға ярашлы, бер уҡытыусыға кәмендә 11 уҡыусы тура килергә тейеш, элегерәк был күрһәткес бер уҡытыусыға 16 бала булды. Ә мәктәпте ябыуҙы ауыл сходы хәл итә.
– Рәсәй Конституцияһы туған телдә белем алыу хоҡуғын гарантиялай. Ләкин ни өсөн башҡортса дәреслектәр сығарыу туҡтатылды?
Был һорауға яуап биргәндә Әлфис Суфиян улы ниндәй дәреслектәрҙең һәм күпме итеп баҫып сығарылыуы федераль кимәлдә хәл ителеүенә һылтанды. Башҡортса дәреслектәр сығарыу туҡтатылмаған, дөрөҫ, уларҙың тиражы ныҡ ҡына кәмегән.
Бынан тыш, депутаттар 19 закон проектын ҡараны, шуларҙың ун дүрте өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде, бер юлы парламентарийҙар көҙгө сессиялағы эш графигын да алдан раҫлап ҡуйҙы.



Вернуться назад