Дәғүәселәр һаны тиҫтәгә етте09.07.2014
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика Президенты вазифаһына кандидат Сергей Наумкиндың документтарын ҡабул итте.

Пенсионер Сергей Наумкин Рәсәйҙең “ЯБЛОКО” берләш­терелгән демократик партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелде. Кандидатҡа документтарын ҡабул итеү тура­һындағы раҫлау ҡағыҙы тапшырылып, һайлау фондын ойоштороу өсөн махсус иҫәп асырға рөхсәт бирелде.
Әле республика башлығы вазифаһына 10 кеше дәғүә итә. Улар — “Берҙәм Рәсәй” партияһы күрһәткән Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, “Рәсәй патриоттары”нан Илдар Бикбаев, “Граждандар көсө”нән Раил Сарбаев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Константин Шаһиморатов, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе секретары Юнир Ҡот­лоғужин, “Рәсәй коммунистары”нан Рәсих Хәмитов, “Рәсәй пенсионерҙарының ғәҙеллек өсөн партияһы”нан Ришат Мә­ғәсүмов, “Рәсәй халыҡ идараһы партияһы”ның төбәк бүлек­сәһенән Павел Ксенофонтов.




Вернуться назад